Ни өсөн Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы хеҙмәткәренә рәхмәт белдерҙе?

Оборона етештереү комплексында диверсификацияны ҡоралланыу буйынса дәүләт заказын башҡарған кеүек үк ҙур яуаплылыҡ менән үткәреү мөһим. Владимир Путин Өфөләге эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе.  Ил президенты дәүләт оборона заказын үтәгән иң эре предприятиеларҙың береһе — Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булып эшселәр менән осрашты һәм етәкселәр менән кәңәшмә үткәрҙе. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәренең иң яңы өлгөләрен етештереүсе предприятие. Бында Су истребителдәре өсөн турбореактив двигателдәр сығарыла, Өфө моторсылары шулай уҡ егерме беренсе быуаттың магистраль самолеты өсөн ПД-14 двигателен ҡороу кооперацияһында ҡатнаша. Әле предприятиела 24 меңдән ашыу белгес эшләй. Владимир Путинға улар ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Уңышлы предприятеларға ниңә дан танытыусы наградалар биреүҙе тергеҙмәҫкә.Эшселәрҙе шулай уҡ торлаҡ, ипотека шарттары ҡыҙыҡһындыра. Һәм предприятиеның киләсәге борсой. Оборона заказы 2020 йылдан кәмей төшә, артабан тауар етештереүҙең ҡайһы йүнәлештәрен үҫтереү көтөлә. Владимир Путин ҡоралланыу программаһының тотороҡло булыуын, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе двигателдәренең ихтыяж  менән файҙаланыуын билдәләй. Ил етәксеһе етештереү исемлеген гражданлыҡ тауарҙары иҫәбенә киңәйтеү яҡлы. Тик улар юғары технологиялы һәм юғары сифатлы булырға тейеш. Ошо хаҡта ул оборона сәнәғәте комплексында диверсификация мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә белдерә. Граждандар өсөн юғары технологик тауар етештергәндә заводтың тулы ҡеүәтен файҙаланыу мөһим, был йәһәттән финанс ташламалар, диверсификацияның башланғыс этабында старт заказдарын туплау, бында иһә тәү сиратта дәүләт ҡатнашлығындағы предприятиеларҙы йәлеп итеү отошло, ти Владимир Путин. Оборона-сәнәғәт компексы предприятиеларында граждандар өсөн тауар етештереү күләмен 2025 йылға 30, 2030 йылға 50 процентҡа еткереү илдең стратегик бурыстарының береһе. Бынан тыш, предприятиелар электрэнергетиканы яңыртыу, цифрлы иҡтисадты үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын йыһазландырыу, биләмәләрҙе экологик сафландырыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү индустрияһын төҙөү кеүек мөһим программаларҙа ла ҡатнашырға бурыслы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ил президентына Башҡортостанда 2012 йылдың май указдарын бойомға ашырыу барышы тураһында һөйләне. Төбәк йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән йомғаҡланы, хеҙмәт хаҡы уртаса өс ярым процентҡа артты, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.Эш сәфәре барышында Владимир Путин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашты. Рәсәйҙең иң боронғо ғибәҙәтханаларының береһе — беренсе Өфө собор мәсетен ҡараны. Ил президенты Башҡортостанда бөгөн мәсеттәр һанынынң артыуын хупланы. Диндең традицион йүнәлештәрен үҫтереүҙә шулай уҡ ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү программаһын юғары баһаланы. Ошо уҡ төндө Владимир Путин Ҡаҙанға юлланды. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

10 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

10 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

10 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

10 часов 4 минуты назад
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

10 часов 5 минут назад
Смотреть видео Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта? | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта?

Торлаҡ йылытыу хаҡтарына ҡағылышлы хәлде көйләү бурысын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары үҙ ҡарамағына алды. Эшсе комиссияның беренсе ултырышында депутаттарҙың һорауҙарына ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре яуап бирҙе. Ултырыш онлайн форматта үтте.  Йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыуына...

10 часов 6 минут назад
Смотреть видео Өфөләге Вәлиди күпере ябылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

19 января 2021
Смотреть видео Уҡытыусылар белемен камиллаштыра | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Өфөнөң Уҡытыусыларҙың  педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

19 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

 Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

19 января 2021
Смотреть видео Тау хатаны ғәфү итмәй | ГТРК «Башкортостан»

Тау хатаны ғәфү итмәй

Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

19 января 2021
Яндекс.Метрика