Сатлама һыуыҡта ғәҙеллек эҙләп Өфөгә

„Рост-капитал„ ҡулланыусылар йәмғиәтенән алданған пенсионерҙар суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Йәмғиәт ябылған, аҡсалар юҡ, етәкселәр һаҡ аҫтында. Иртә менән суд бинаһы ишеге алдына йыйылған был кешеләрҙе ҡартайған көндәрендә баштарына төшкән бәлә берләштерә. „Рост-капитал„ ҡулланыусылар йәмғиәтенең шәп рекламаһы ҡорбанына әйләнеп, һалынған сумманы 24 процентҡа тиклем арттырам тип, булған аҡсаларынан да яҙа улар. Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Александр Быков та матур вәғәҙәләргә ышанып, 100 мең һумдан баш ҡаға.мутлашыусылар тоҙағына 60 йәшен тултырған Гөлзифа Усманова ла эләгә. Йыйылып ятҡан аҡсаға хаҡлы ялға сыҡҡас иркенләп сит илдәргә ял итергә йөрөргә хыялланған ханыма хәҙер иһә 8 мең пенсия менән генә сикләнергә тура килә.Кеше алдаусылар үҙҙәренең „ҡара„ бизнесын Башҡортостандың көнъяғында тарата. Алданыусылар иһә юғалған аҡсаны суд аша ҡайтарырға уйлай.Аферистар ҡармағына Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Мәләүездә йәшәүсе халыҡ эләгә. Шуға ололарға тағы ла Өфөгә юлланырға кәрәк буласаҡ, сөнки  ултырыш икенсе тапҡыр бер-нисә көндән һуң ғына ҡарала. Башҡортостанда был кооператив арҡаһында 300-ҙән ашыу халыҡ алдана. Хәҙер иһә үҙҙәренең аҡсаларын үҫтерергә һалған хаҡлы ялдағылар суд ишек төбөн тапарға мәжбүр.  Низаҡтар ҡасан тамамланыр, әлегә билдәһеҙ. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:   «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

4 часа 58 минут назад
Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Яндекс.Метрика