Өфөлә әкиәттәр тупланған “Аҡыл һандығы” исемле китап донъя күрҙе

Башҡорт телендәге әкиәттәрҙе һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсаты менән сыҡҡан китап балалар өсөн ҙур белем шишмәһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа саф башҡорт телендә нисә дана китап кәштәләрендә үҙ урынын тапҡан? Хәҙерге көндәрҙә башҡорт телендә китаптар етерлек кимәлдәме? Төрлө китаптарҙан, бигерәк тә боронғо сығанаҡтарҙа баҫылған әкиәттәрҙе Даян Мәжитов электән йыйып килә. Башҡорт телендә сыҡҡан әкиәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырыу маҡсаты менән ул “Аҡыл һандығы” тип исемләнгән китап өҫтөндә эшләй. Йыйынтыҡты туплау өсөн ни бары бер ай ярым ваҡыт китә.“Аҡыл һандығы” китабын баҫтырып сығарыу өсөн күп көс түгелә. Һәр бер әкиәткә яңы һүрәттәр төшөрөлә, китаптың дизайны ла яңыртыла. Хайуан-йәнлек персонаждары аша яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәткән йыйынтыҡ балалар өсөн ҙур белем һандығы булып тора. Әммә һуңғы ваҡытта башҡорт телендә әкиәттәр тупланған йыйынтыҡ һирәк осрай, ти Даян Мәжитов. Уның сәбәптәре лә төрлө.Әле иһә улар икенсе китап өҫтөндә эшләй. Иң мөһиме беҙҙең киләсәк башҡорт телендә сыҡҡан китапҡа күберәк өҫтөнлөк бирһен ине тигән теләктә улар.Китапханала һатып алыусылар күбеһенсә әҙәби китаптарға өҫтөнлөк бирә.  Шулай уҡ энциклопедияларҙы ла бүләккә алыусылар бар. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, көнөнә яҡынса башҡорт телендә дүрт-биш  китап һатыла. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә донъя күргән баҫма һәм брошюраларҙың дөйөм һаны 2 206 000 дана.Тик уларҙың дөйөм һанынынң ни бары ете процентын ғына милли телдәрҙә нәшер ителгән китап-әсбаптар тәшкил итә. һуңғы йылдарҙа милли телдәрҙә баҫылған китаптар һәм брошюралар күләме:Сыуаш телендә – 69 мең 300 дана (2,1 %) , Ҡырым татарҙары телендә – 72 мең 300 дана (3,3 %) ,Яҡут телендә – 337 мең 700 дана (15,3 %) , Татар телендә – 786 мең 400 дана (35,6 %) ,Башҡорт телендә – 622 мең 100 дана (28,2  %) Йәш быуын фекеренсә, яҙыусыларҙың күбеһенсә тормоштан алынған ысынбарлыҡты китапта һүрәтләү уҡыусыны нығыраҡ йәлеп итә. Башҡорт телендә яңы китаптар сығарыуҙан тыш, элекке йыйынтыҡтарҙы ҡабаттан яңы форматта сығарыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Хәҙерге көндәрҙә башҡорт телендә китаптарҙың  сыҡмауы күптәрҙең күңелен ҡыра әлбиттә. Әгәр ҙә саф башҡорт телендә китаптар баҫылһа, уларҙың кәштәләре лә ҙурыраҡ булыр һәм үҙәк урында торор ине.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

6 часов 21 минута назад
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

6 часов 21 минута назад
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

6 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

6 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

6 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика