Өфөләге һайлау участкаһында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстарының төҙөклөгө тикшерелде
Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге участка һайлау комиссияһы ағзалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен КОИБ-тарҙың мөмкинлектәре менән таныштырыу өсөн тауыш биреү мәлен ойошторҙо.Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары 219 участкала урынлаштырыла. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса улар бер меңдән күберәк һайлаусы теркәлгән участкаларға бүленә. 115-се һайлау участкаһында иһә КОИБ-тың 2017 йылғы өлгөләре ҡуйыла. Башҡала һайлаусыларының тауышын ошондай 33 комплекс иҫәпкә аласаҡ. Рәсәй Президенты һайлауында QR-код та ҡулланыла. Был иһә мөһим документта төҙәтмәләр йәиһә хаталарҙы иҫкәртә.

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә
Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә
Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала
Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы
Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды
Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы
Кешеләр менән йәнле аралашыу, власть белдереүенән башҡа фекер йөрөткән һәм күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтер кешеләр кәрәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо талаптарҙы үтәр закон ҡабул итеү мөмкинлегенә иғтибар итте. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева оператив...

Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды
“Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә сыҡҡан янғын бөгөн иртәнге етенсе яртыла тулыһынса һүндерелде. Был турала заводтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Янғын башланғас та бензин, башҡа яғыулыҡ биреү туҡтатыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бер кеше һәләк булған, бер кеше йәрәхәтләнгән...

Башҡорт тарихы йылы
Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

Гитлерҙың шәхси дошманы
“Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...