Тормошта, эштә, ялда ... гел алда

Башҡортостанда йәштәр гәзите сыға башлауға 95 йыл. Республикала иң ҙур дана менән таратылған “Йәшлек”те бөгөн олоһо ла кесеһе лә яратып уҡый, уға яҙыша, фекерен уртаҡлаша, зарын һөйләй. “Йәшлек”тең исеменә килгән тиҫтәләгән хат уҡыусының тоғролоғон дәлилләй. Аҙнаһына утыҙлаған хат килә, интернеттан алғандары – көнөнә егермегә етә, ти хаттар бүлеге етәксеһе Зөһрә Йәһүҙина. Йәшлектә ул 18-се йыл эшләй. Ҡағыҙға баҫылған гәзитте яҡын дуҫ һәм серҙәш урынына күргәндәр араһында өлкәндәр күберәк булһа, йәштәрҙә баҫманың электрон өлгөһө ҙур ихтыяж менән файҙалана. Айбулат Ишназаров улар менән һәр саҡ бәйләнештә.Донъя мәғлүмәт селтәрендә аяуһыҙ конкуренцияға ҡаршы торор өсөн уны үҙ мәнфәғәтеңдә файҙаланырға кәрәк. Интернетта үҙенең битен тәүгеләрҙән асҡан гәзиттең баш мөхәррире шундай фекерҙә. Республикала иң күп даналы баҫма булараҡ танылған “Йәшлек”те бөгөн 10 мең 300 уҡыусы яҙҙырып ала. Тиражды артабан күтәреү хыял түгел, бойомға ашырыр маҡсат ҡына.Тормошта, эштә, ялда – “Йәшлек” бара гел алда, тигән саҡырыуҙы раҫлап мөхәрририәт уҡыусыларға ялҡып торор ваҡыт бирмәй.  Быйыл иғлан ителгән әҙәби конкурс гәзит алдырыусыларҙы хикәйә яҙырға өндәй. Бүләккә -50 мең һум. Ижад бәйгеһе республикабыҙ барлыҡҡа килгәндең 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Йәштәргә тормош дарманы биргән, ололарға йәшлек хәтирәләрен ҡайтарған гәзит 95 йәшлек юбилейын ҙур өмөт менән ҡаршылай. Уҡыусылар бар, улар әүҙем, тимәк, “Йәшлек” йәшәй һәм халыҡҡа хеҙмәтен дауам итә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

9 часов 18 минут назад
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

9 часов 18 минут назад
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

9 часов 19 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

9 часов 20 минут назад
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

9 часов 21 минута назад
Смотреть видео Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта? | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта?

Торлаҡ йылытыу хаҡтарына ҡағылышлы хәлде көйләү бурысын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары үҙ ҡарамағына алды. Эшсе комиссияның беренсе ултырышында депутаттарҙың һорауҙарына ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре яуап бирҙе. Ултырыш онлайн форматта үтте.  Йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыуына...

9 часов 22 минуты назад
Смотреть видео Өфөләге Вәлиди күпере ябылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

19 января 2021
Смотреть видео Уҡытыусылар белемен камиллаштыра | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Өфөнөң Уҡытыусыларҙың  педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

19 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

 Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

19 января 2021
Смотреть видео Тау хатаны ғәфү итмәй | ГТРК «Башкортостан»

Тау хатаны ғәфү итмәй

Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

19 января 2021
Яндекс.Метрика