Таңға тиклем бейергә һәм ҡиммәтле бүләктәр оторға ашығығыҙ

Йылдың иң сағыу тамашаһы – “Башҡортса йондоҙло дискотека”ға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 2 март бөтә республика халҡы һәм ҡунаҡтары “Өфө уттары”нда йыйыла. Таңғы тиклем йыр-бейеү, оҫталыҡ дәрестәре, ҡиммәтле бүләктәр, республиканың иң сағыу йондоҙҙары – бер урында. Беҙҙең телерадиокомпания, сығыш яһаясаҡ йырсылар, бейеүселәр, бағыусылар һәм киләсәк ҡунаҡтар сараға едти әҙерләнә. Төрлө төҫтәге күлдәктәр, еләндәр, күндән тегелгән һаҡалдар, түшелдеректәр. Был ҡыҙҙар 2 март Өфө уттарында үтәсәк “Йондоҙло дискотека”ға зауыҡлы һәм үҙенсәлекле милли кейем әҙләп,  модельер Сәрүәр Аслаеваға килгән. Сөнки тап уның эштәре үткән сарала иң матуры тип танылды.Йылдың иң сағыу тамашаһына заманса милли кейемдә килеү йолаға әйләнеп бара. Ул рух күтәренкелеге, ғорурлыҡ һәм  һоҡланғыс ҡараштарҙан тыш,  бүләк отоу мөмкинлеге лә бирә. Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре быйыл да үҙенең махсус призын әҙерләне.Дискотекаға килгән ҡунаҡтарҙы тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ көтә. Күптән түгел, “Мираҫ”  йыр һәм бейеү фольклор ансамле солистары “Хәйерле иртә, республика” тапшырыу аша тамашасыларға бейеү һәләттәрен күрһәткәйне. 2 мартта “Өфө уттары” күңел асыу комплексында шәхсән уларҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге лә була.  Алып барыусыларға килгәндә, 20 октябрҙә “Өфө уттарында” тамашасыларҙың күңелен күргән Фирҙәт Ғәлиев менән Ғәлимйән Ибәтуллин был кистә лә һеҙҙең менән бергә буласаҡ.  Ә музыкаль яҡтан дискотеканы Диджей  Фәтих биҙәй.2 мартта Өфө уттарында үтәсәк төп башҡорт дискотекаһында шулай уҡ, ошондай махсус фотобудка ла эшләйәсәк. Һәр килгән ҡунаҡ “йондоҙло төндә” бушлай фото төшөп, уны шунда уҡ баҫтыра аласаҡ.  Бының өсөн ни бары “старт” кнопкаһына баҫып, эргәһендәге өҫтәлдә ятҡан ҡыҙыҡлы реквизиттарҙы: ҡып-ҡыҙыл ирен, ҡап-ҡара мыйыҡ, сағыу күҙлек  йәки башҡа аксессуар тотоп, өс кадр эшләргә генә кәрәк. Әйткәндәй, фотола “Рәсәй 1-Башҡортостан” каналының һәм “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының логотиптары ла буласаҡ. Республиканың төп башҡорт дискотекаһында иң популяр йырҙар һәм иң шәп бейеү көйҙәре яңғырайасаҡ. Һәр быуын кешеһенә таныш булып, бөгөнгө көнгә тиклем үҙ составын юғалтмаған легендар “Ҡарауанһарай” фольклор-эстрада төркөмө лә йыр-моң һөйөүселәрҙе үҙ ижадына бейетергә әҙерләнә. Шулай уҡ, Любизар төркөмө,  Зәйнетдин этно-шоу проекты, Ғәлинур Юламанов һәм башҡа билдәле йырсылар был төндә тик һеҙҙең өсөн сығыш яһай. Дискотекаға орнаментлы заманса костюмда, йәки мили кейемдә ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килә ала. Ә төп приз көслө, йәки гүзәл заттарға эләгерме? Уныһын 2 март “Өфө уттары” комплексында үтәсәк “Башҡортса йондоҙло дискотека”ла беләсәкбеҙ. Ҡиммәтле бүләктәр генә түгел, таңға тиклем йыр-бейеү, республиканың иң сағыу йондоҙҙары һәм онотолмаҫ тәьҫораттар тик һеҙҙең өсөн! Һис шикһеҙ күңелле буласаҡ! Килегеҙ! 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

7 часов 16 минут назад
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

7 часов 16 минут назад
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

7 часов 18 минут назад
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

7 часов 19 минут назад
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

7 часов 19 минут назад
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика