Илеш районында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Уның нигеҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм ауыл клубы эш башланы. Муниципалитеттың медицина учреждениеһында  «һаҡсыл поликлиника» принцибын уңышлы ҡулланалар. Яңы социаль объекттар менән төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов танышты.  Асыҡ регистратура аша яҙылыу сиратты һәм пациенттарҙың көтөү ваҡытын кәметә. Өҫтәлмә корпус асылыу менән «һаҡсыл поликлиника» тулы ҡеүәттә  эшләй башлаясаҡ. Унда яңы заманса ҡоролмалар урынлаштырыласаҡ, яңы бүлектәр, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы кабинеты барлыҡҡа киләсәк. Белгестәр бар. «Ауыл табибы» программаһы буйынса һуңғы биш йылда штат 32 йәш белгес менән тулыланды.Ә күрше ауыл — Түбәнге Сереккүлдә медицина хеҙмәтен тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пунктында күрһәтә башлайҙар. «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһын бойомға ашырып, бында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Үҙәктә китапхана, бейеү, музыка класстары һәм оло зал бар. Унда мәҙәни саралар ҙа, спорт ярыштары ла үткәреү мөмкин. Залда тиҙҙән йомшаҡ ултырғыстар урынлаштырыу ҡарала. Тәүге рәттәр мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн ҡулайлаштырыласаҡ. Үҙәкте асыуға федераль һәм төбәк ҡаҙнанан  70 миллион  һумдан ашыу  аҡса бүленгән. Етәкселәр сығымдарҙың  үҙен аҡлауын хуплай.Иҫке Күктау ауылында ла хәҙер яңы клуб. 300 урынға тәғәйенләнгән мәҙәниәт учреждениеһы Башҡортостандың 100 йыллығына арналған 100 объекттың береһе.Иҫке Күктау  ауылында Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары төйәкләнгән. Шәжәрәләрендә барыһы 22 быуын, 2.5 мең исем бар. Илеш районы элекке Ҡырғыҙ олоҫо биләмәһендә ята. Ерле халыҡ йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ауыл мәсетендә  Ҡырғыҙ ырыуы   тураһында  уникаль китап һаҡлана.Илештәр тимер ангарҙы ҡороп  иң һалҡын көндә лә тент менән ябып ҡуя ала. Бындай тимер каркастарҙы район предприятиеһында етештерәләр. Ангар мал ҡуйыуға ла, техника урынлаштырыуға, конференциялар, спорт уйындары үткәреүгә лә уңайлы. 1935 йылдан алып эшләп килгән «Уңыш» хужалығына бындай ангарҙы һатып алырға теләйҙәр. Хужалыҡ малсылыҡ,  ҡатнаш мал аҙығы етештереү, иген культураларының элиталы сорттарын  үҫтереү менән шөғөлләнә.  Ғөмүмән, Илештәге фирмаларҙың әүҙем берләшеүе, яңы үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүе ауылда йәштәргә  эш урындары булдырыуҙы һәм ғаиләләрҙең районда ҡалыуын тәьмин итә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

25 января 2021
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Яндекс.Метрика