Урмансылар үҙенең ишектәрен аса

Өфө лимонарийындағы 500-ҙән ашыу экзотик емештәрҙең тарихы, урман хужалығының төп үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсаты менән студенттар һәм уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо. Был акция халыҡта тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш уятыуы менән дә отошло. Юлиә Вәлиуллина Өфө лимонарийында беренсе тапҡыр сәйәхәт ҡыла. Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә, декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәрҙең төрлө төрҙәре менән танышырға килгән студент өсөн был экскурсия ҙур асышҡа әйләнде.Өс йыл дауамында уҙғарылған “Урмансылар үҙенең ишектәрен аса” акцияһы, ғәҙәттәгесә, тәбиғәт серҙәре менән танышырға теләүсе студенттарын йыйҙы. Лимонарийҙы 500-ҙән ашыу экзотик емеш үҫә. Белгестәр сәйәхәт ҡылыусыларҙың һорауҙарына яуап биреүҙән тыш, уларҙың үҙенсәлектәре, тарихы менән дә таныштырҙы.Студенттарҙан тыш, башҡа кешеләрҙең дә лимонарий буйлап сәйәхәт ҡылыуы урман хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуын иҫбатлай.Экскурсияға килгән һәр бер уҡыусы һәм студент бында ҡәһүә алыу ысулан да күрә ала. Мәҫәлән, был ағас егерме йылдан ашыу уңыш бирә. Ағас сәскә атҡандан һуң ошондай йәшел орлоҡ барлыҡҡа килә. Бер аҙҙан һуң ул ҡыҙыл төҫкә әйләнә. Әйткәндәй, һәр бер кеше был ҡыҙыл төҫтәге емеште яра һәм шул уҡ ваҡытта ашай ала. Уның эсен ярғас, беҙ ошондай орлоҡ күрәбеҙ. Өс-дүрт ай эсендә тап ошо орлоҡ һоро төҫтәге ҡәһүәгә әйләнә.Экзотик емештәр менән танышҡандан һуң, һәр бер студент уларҙы ауыҙ итеп тә ҡараны.Сәйәхәт барышында белгестәр студенттарға шулай уҡ урман хужалығы серҙәрен һөйләне, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләне. Был акцияның төп маҡсаттарының береһе. “Урмансылар үҙенең ишектәрен аса” акцияһы 30 мартҡа тиклем дауам итә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:   «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

5 часов 33 минуты назад
Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Яндекс.Метрика