Аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы

Тәүге эш урынында матди ярҙам һәм өс йыл дауамында  эш хаҡына өҫтәмә аҡсалата түләүҙәр. Был дәртләндереү сараһы ауыл хужалығын белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында ҡулланыла. Бөгөн был түләүҙәрҙең күләмен арттырыу мәсьәләһе көн тәртибенә сығарыла.

Игеҙәктәр Алина менән Лена Исаевалар Башҡорт дәүләт  аграр университетында юғары белем алып Алексеевка совхозында дүртенсе йыл эшләй. Республиканың алдынғы хужалыҡтарының береһендә агроном вазифаһы — яуаплы бурыс. Ҡыҙҙар тәүге эш мәлен яҡшы хәтерләй. Ошондай уҡ дәүләт ярҙамын хужалыҡтың беренсе фермаһы директоры Элита Дикаева ла файҙаланған. 100 меңде ул фатир алырға тип йыйған аҡсаһына өҫтәгән. Бөгөн йәш етәксе ҡулы аҫтында 67 кеше эшләй. Мал башы — 3 мең. Һәр һыйырҙан тәүлегенә 23 килограмм һөт һауып алына. Алексеевка хужалығындағы мең дә өс йөҙ хеҙмәткәрҙең биш йөҙө йәш белгес. Етәкселек хеҙмәт шарттарын да тәьмин итә, көнкүреште лә хәстәрләү әмәлен күрә. Предприятиеның 600 урынға иҫәпләнгән биш ҡатлы  дөйөм ятағы бар.

Совхоздың генераль директоры фекеренсә, йәштәргә тәүге осорҙа күрһәтелгән матди ярҙам күләмен арттырыу айырым фатир мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итер ине. Аграр сәнәғәт комплексында кадрҙар потенциалын нығытыу өсөн республика бюджетынан 70 миллион һумдан ашыу субсидия бүленәсәк. Ошо хаҡта ҡарар хөкүмәт президиумы ултырышында ҡабул ителде. Төбәктә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүгә башҡа төрлө дәүләт ярҙамы ла күҙ уңында тотола. 

Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов йәштәргә матди ярҙам күләмен биш тапҡыр арттырып белгестәрҙең һанын түгел, ә уларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға баҫым яһай. Инвестиция кредиты алған предприятиеларға процент ставкаһын кәметеү маҡсатында бюджетта 190 миллион һум бүленә. Ҡабул ителгән ҡарарҙар йәш белгестәрҙе ауылға йәлеп итеп табышлы хужалыҡтар иҫәбен арттырыу, ә тауар етештереүселәргә кредит түләргә ярҙам итеп, төбәккә инвестициялар күләмен үҫтереү бурысын ҡуя.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

6 часов 15 минут назад
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

6 часов 16 минут назад
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

6 часов 17 минут назад
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

6 часов 18 минут назад
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

6 часов 19 минут назад
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика