Башҡортостанда быйыл экология фестиваленең ойошторолоуы ихтимал
Бындай тәҡдимде “Йәшелдәр” партияһының төбәк бүлексәһе тәҡдим итә. Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәйәси фирҡәләренең Башҡортостан бүлексәләре етәкселәре менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ халыҡты борсоған мәсьәләләр һәм фирҡә вәкилдәре тәҡдим иткән проекттар тураһында барҙы.Руфина Шиһапова белдереүенсә, “Йәшелдәр” фирҡәһе тәҡдимен бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проект тулыһынса әҙер. Рөстәм Зәки улы идеяға матди һәм ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Осрашыуҙа шулай уҡ пенсионерҙар партияһының хаҡлы ялдағылар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу үҙәген булдырыу, хеҙмәт мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең берҙәм фирҡәһенең Өфөлә инвалидтар өсөн эш һәм спорт үҙәген төҙөү тураһында, башҡа эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны.

Минең халҡымдың тарихы
Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе. Башҡортостандың мәғариф...

Православ христиандар оло байрамын билдәләне
Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу. Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы Иисус Христос...

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан
Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре
Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта?
Торлаҡ йылытыу хаҡтарына ҡағылышлы хәлде көйләү бурысын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары үҙ ҡарамағына алды. Эшсе комиссияның беренсе ултырышында депутаттарҙың һорауҙарына ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре яуап бирҙе. Ултырыш онлайн форматта үтте. Йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыуына...

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды
Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра
Өфөнөң Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй
Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

Тау хатаны ғәфү итмәй
Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...