Ни өсөн ауылдар әүҙемлек күрһәтә?

Рәсәй президентын һайлауҙа республика халҡы, ысынлап та, ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ил етәксеһен һайлау сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Йәмғиәт өсөн үтә лә етди һынау. Башҡортостанда йәшәүселәр быны аңлап ҡабул итте. Ауылдарҙағы халыҡтың байтаҡ өлөшө төшкә тиклем гражданлыҡ бурысын үтәгәйне.

Ҡаланан айырмалы ауылдарҙа халыҡ берҙәм тауыш биреү көнөн байрам кеүек көтөп ала. Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылында урынлашҡан 1736-сы участкала тауыш биреүселәрҙе дәртле көйҙәргә бейетеп, йылы сәй, аш-һыуҙар менән һыйланылар. Участкаға инеүселәрҙең дә кәйефтәре күтәренке ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы комиссия ағзаларын, бер-береһен байрам менән ҡотланы. Көн яртыһында тауыш биреүселәрҙең яртыһынан күберәге гражданлыҡ бурысын үтәгәйне лә инде. Улар рәтен быйыл Ҡыҙрас ауыл биләмәһендә 18 йәше тулған тағы ла 9 егет һәм ҡыҙ тулыландарҙы. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ил президентын һайлау һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Тауыш биреү хоҡуғы булған һәр гражданин ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, ҡалала, ауылда, ялда, йәки эштә – ул үҙенең киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Ауылдарында һайлау участкалары булмаған тауыш биреүселәр өсөн махсус транспорт ойошторолған.   Ә төрлө сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаларына килә алмағандарға комиссия ағзалары үҙҙәре йорттарына барҙы. 87 йәшлек ағинәй Ғәйшә Әкимбәтова Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә иткән иткән һигеҙ кандидаттың да барлыҡ дебаттарын тыңлап, күңелемә ятҡанын һайланым, ти.Дөйөм алғанда, Дәүләкән районында 31 меңгә яҡын тауыш биреүсе теркәлгән. Улар өсөн 44 һайлау участкаһы эшләне. Дүртәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары урынлаштырылған, тауыш биреүселәрҙең хәүефһеҙлеге лә тәьмин ителде.

Халыҡтың әүҙемлеге, күңел күтәренкелеге менән бер рәттән  һайлауҙарҙың мөһимлеген, әһәмиәтен аңлау – ил яҙмышын хәл иткән ваҡиғаға етди ҡарашын күрһәтә. Сөнки һәр кем аңлай: президент һайлау — ил киләсәген һайлау.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика