Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект
Межгорье ҡалаһында төҙөкләндерелгән универсаль спорт комплексы асылды. Унда бер көндә алты йөҙҙән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә ала. Һәр сәләмәт тормош алып барыусыға бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Алексей Юрьевич мәктәп уҡыусыларына теннис уйнау нескәлектәренә өйрәтә. Хәҙер балалар уҡыуҙан һуң ваҡытын тик спортҡа бағышлай. Спорт комплексы улар өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Бинаға күптән капиталь ремонт талап ителгән. Спорт залдарында шөғөлләнеү мөмкинлектәре булмағас, урындағы халыҡ ярҙам һорап Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Ә хәҙер иһә физкультура-һауыҡтырыу комплексы икенсе төҫ алған. Яңы залдарҙа уҡыусылар волейбол, баскетбол, футбол уйнай, көрәшселәр тренажер залында шөғөлләнә ала. Яңыса төҙөкләндерелгән физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөгән уҡыусылар теләгән спорт төрөндә ныҡышмал шөғөлләнеп, республика һәм ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыу теләге менән яна. Сөнки хәҙер улар өсөн бөтә юлдар асыҡ. Тик теләк кенә булһын.Физкультура-һауыҡтырыу комплексында бер көндә алты йөҙҙән ашыу кеше шөғөлләнә ала. Шулай уҡ бина янында ла спорт һөйөүселәр өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм спорт менән шөғөлләнеү маҡсаты менән яңыртылған был комплексҡа яҡынса 109 миллион һум аҡса бүленгән. Балаларҙың көн дә бергә йыйылып футбол, волейбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүе уларҙы тик берләштерә һәм сәләмәт тормошҡа илтә.

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл
Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй
Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар. Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр
Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева күҙ йәшен йәшерә алмай. Ҡатын 11 йәшлек сирле...

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты
Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

Башҡортостанда телдәр
Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

Тәмле лә, файҙалы ла
Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте
Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...