Республиканың иппотерапия үҙәгенә ябылыу ҡурҡынысы янай

Баҡтиһәң, үҙәктең ҡуртым буйынса ташламаларын бөтөргәндәр. Быға тиклем ул айына 2 мең булһа, хәҙер – 30 мең. Тик дәрестәрҙе бөтөнләй бушлай үткәргән дауалау учреждениеһының бындай юғары хаҡты түләргә мөмкинлеге юҡ.. Кекс ҡушаматлы ат балаларҙың дуҫы ла, табибы ла. Аҡыллы хайуан 10 йыл инде кешеләрҙе дауалай. Тәүге дәрестәрҙә арҡаһын тота ла алмаған Сәғиҙә, хәҙер үҙен ат өҫтөндә лә ышаныслы тоя. Тыумыштан балалар церебраль фалижы менән яфаланған 13 йәшлек ҡыҙ һыбай йөрөүҙән һуң үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя. Республикалағы берҙән-бер иппотерапия үҙәгендә 800-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Уларҙың күбеһе – мөмкинлектәре сикләнгән, аутизм,  Даун синдромы, терәк-хәрәкәт аппараты һәм башҡа ауырыуҙар менән интеккән балалар. Иппотерапия, йәғни, аттар ярҙамында дауалауҙың һөҙөмтәләре баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр. Һыбай йөрөгөндә балалар үҙҙәренең ауырыуы тураһында бөтөнләй онотоп тора, шатлыҡ тойғоһо кисерә, ә йөҙҙәрендә – йылмайыу балҡый. Ат һыбайлыға бер минут эсендә 110 хәрәкәт импульсы бирә. Тимәк, мин үҙем тик ултырһам да, 110 мускул хәрәкәткә килә. Шуға ла аттар менән яҡындан аралашыу ауырыуҙарға ғына түгел, үҙҙәрен сәләмәт тип иҫәпләгәндәргә лә яҡшы физик күнекмә. Өҫтәүенә, был ғәжәйеп үҙенсәлекле, аҡыллы хайуандар кешегә үҙенең ыңғай энергетикаһын бирә. Аттар менән аралашырға һау балалар ҙа килә. Бер йәшенән үк үҙәккә йөрөгән Әмир хайуандарға эҫенеп тә өлгөргән.Әммә үҙәккә ябылыу ҡурҡынысы янай, ти уның директоры. Сөнки  2016 йылдан ергә ҡуртым түләүҙәре артҡан: быға тиклем ташлама менән айына 2 мең булһа, хәҙер — 30 мең. Пеня ла өҫтәлеп, 800 меңгә яҡын бурыс йыйылған. Быға тиклем үҙәк урынлашҡан биләмә Ер һәм милек министрлығына ҡараған. Хәҙер биналар ғына был ведомствонығы, ә ер ҡаланыҡы. Хәҙер законға ярашлы, ер ҡуртымға торғы аша ғына бирелә. Шуға күрә үҙәк етәкселәренә был биләмәне аукционға ҡуйһындар өсөн ер һәм милек идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк, тинеләр ҡала хакимиәтендә. Ә инде ташламалар буйынса республиканың монополияға ҡаршы хәҙмәте ҡарар сығара. Ыңғай һөҙөмтәләр булмаһа, үҙәк был урындан күсергә лә риза. Тик дәрестәрҙе бөтөнләй бушлай үткәргән дауалау учреждениеның ер өсөн юғары хаҡ түләргә мөмкинлеге юҡ.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика