Цифралы яҙ акцияһы дауам итә

  • Цифралы яҙ акцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй-Башҡортостан радиоһының Самауыр тапшырыуында барған “Цифралы яҙ” акцияһының унынсы еңеүсеһе билдәләнде. Салауат ҡалаһынан ун ете йәшлек Денис Харьков беренселәрҙән булып тура эфирға шылтыратып, һорауға дөрөҫ яуап бирҙе. Ул хәҙер юғары сифатта ғына түгел, ә бушлай федераль телеканалдарҙа барған тапшырыуҙарҙы тыңлай ала. Һәр шишәмбе Рәсәй-Башҡортостан радиоһының Самауыр тапшырыуын алып барыусылар тура эфирҙа “Цифралы яҙ” тип аталған акция иғлан иткәйне. Алып барыусыларҙың һорауына беренселәрҙән булып дөрөҫ яуап биреүсегә приставка бүләк ителә. Конкурстың унынсы еңеүсеһе итеп Салауат ҡалаһынан 17 йәшлек Денис Харьков билдәләнде. Денис Харьковтың тыумыштан күҙҙәре күрмәй. Шуға ла, беҙҙең телерадиокмпания менән берлектә цифралы телевидение хеҙмәткәрҙәре уға отҡан бүләген тапшырырға һәм приставканы ҡулайлаштырырға килде. Денис Харьков Рәсәй-1. Башҡортостан, Рәсәй. Мәҙәниәт каналында барған тура эфирҙарҙы һәм Рәсәй-Башҡортостан радиоһының тапшырыуҙарын тыңлап бара. Алып барыусыларҙың һәр береһен тауышынан таныйым, ти ул. Приставка отоу маҡсаты менән барған акция иғлан ителгәс, шунда уҡ беренселәрҙән булып шылтырата. Әйткәндәй, Денис сығышы менән урыҫ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең телеканалда башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы ла ҡалдырмай. Тап башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе лә ул үҙ аллы өйрәнә.Юғары сифатта ғына түгел, ә бушлай федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә барған  тапшырыуҙарҙы хәҙер республикала йәшәүселәрҙең 95 проценты ҡарай ала. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында барған һуңғы хәбәрҙәр, төрлө тапшырыуҙар халыҡҡа бер ниндәй ҡамасауһыҙ барып етәсәк. “Цифралы яҙ” акцияһының унынсы еңеүсеһе тип билдәләнгән Денис Харьков та хәҙер яңы приставка ярҙамында телеканалдарҙа барған тапшырыуҙарҙы юғары сифатта тыңлай аласаҡ. Көн дә яратып тыңлаған тапшырыу алып барыусыларынан бүләк отоуына ул бигерәк ҡыуанды. Барлыҡ хыялдар тормошҡа аша, тик ышанрға ғына кәрәк, ти ул.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика