Киләсәк поликлиникаһы-Өфөлә

Башҡортостан илдә уңышлы эшләп килгән «һаҡсыл поликлиника» проектында ҡатнашҡан 6 төбәк исемлегендә. Эштең ойошторолоуын иҫәпкә алғанда беҙҙең республика төрлө күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә. Был турала «һаҡсыл хөкүмәт» пилот проекты буйынса үткән кәңәшмәлә проект етәксеһе Владимир Арженцов белдерҙе. “Росатом”дың пилот проекты республиканың 4 медицина учреждениеһында ыңғай һөҙөмтә бирә. Рөстәм Хәмитов эш сәфәрендә Өфөләге 32-се поликлиника эше менән ҡыҙыҡһынды. Поликлиникаға килеп инеү менән ғәҙәттәгесә сират түгел, ә йылмайған хеҙмәткәрҙәр ҡаршы ала. Был хыял түгел, хәҙер ысынбарлыҡ. «Һаҡсыл поликлиника» проекты сиктәрендә Өфөнөң 32-се дауаханаһында булған үҙгәрештәрҙе бигерәк тә пациенттар ҡыуанып ҡабул итә.“Һаҡсыл поликлиника” проектында ҡатнашыу пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең юғары сифатын күҙ уңында тота. Табиптарҙың үҙҙәренә лә бындай шарттарҙа эшләүе күпкә уңайлыраҡ. Йыл аҙағында “һаҡсыл поликлиника”ла мәғлүмәт киоскы ла урынлаштырылған. Ул мөмкинлектәре сикләнгән, насар ишеткән һәм насар күргән кешеләргә тәғәйенләнгән. Бында табиптарҙың исемлеге, ҡабул итеү ваҡыты һәм башҡа дөйөм мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Федераль проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы объекттың эше менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов та танышты. Өфөнөң 32-се поликлиникаһында пациенттарҙы хеҙмәтләндереү юғары сифатта ойошторолған. Сөнки проекттың төп маҡсаты – дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа уңайлы мөхит булдырыу һәм кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү.Бында «һаҡсыл хөкүмәт» пилот проекты буйынса кәңәшмә лә үтте. Унда проекттың һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарында нисек индерелеүе һәм ғәмәлдәге торошо тураһында һүҙ барҙы.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

6 часов 29 минут назад
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

6 часов 30 минут назад
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

6 часов 31 минута назад
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

6 часов 32 минуты назад
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

6 часов 32 минуты назад
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика