К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә тамамланды

  • Өфөлә хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Волга буйы федераль округы төбәктәренең хеҙмәт буйынса башҡарма власть органдары етәкселәре Рәсәйҙә двигатель төҙөүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе цехтарында хеҙмәт именлеге торошона баһа бирҙе. Берекмәлә 24 меңдән ашыу кеше эшләй. 2018 йылда предприятие “Хеҙмәт именлеге өлкәһендәге иң яҡшы предприятие” конкурсының рәхмәт хатына лайыҡ булды. Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусылар донъя стандарттары буйынса йыһазландырылған һәм һаҡсыл етештереү принциптарына таянып эшләгән цехта хеҙмәт шарттарын ҡараны.  Кәңәшмәлә хәүефһеҙлек мәҙәниәтен үҙгәртеү кәрәклеге билдәләнде. Эш урынында йәрәхәт алыу осраҡтарының 70 проценты кеше факторына бәйле. Хәҙер иһә закондар менән бергә кешеләрҙең үҙаңын да үҙгәртергә кәрәк.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика