Тере еңеү

Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышынла еңеүҙең 73 йыллығын байрам  итергә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Рәсәй ҡалаларында “Тере еңеү” тип аталған проект башланды. 1942-се йылда Уралға мотоциклдар эшләүсе завод күсерелә һәм беренсе техника һынау үтә. Ирбит ҡалаһы янында ла ошо көндәрҙә данлыҡлы М-72 мотоциклы шул осорҙағы күренештәрҙе яңынан тергеҙеүҙә ҡатнашты. Элекке фотоһүрәттәрҙе яңынан тергеҙеүҙә һәр деталгә ҙур иғтибар бүленә. Был аҡлы-ҡаралы фотола билдәле мотоуҙышсы Борис Зефиров һүрәтләнгән. Ирбит ҡалаһына эвакуацияланғандан һуң, тап уға беренсе мотоциклдарҙы һынарға тура килә. Шул ваҡыттағы фотоларға оҡшатып хәҙер музей хеҙмәткәрҙәре яңынан фотоға төшә. Проектта Ирбит ҡалаһы халҡы ҡатнашты, сиратта Төмән, Пермь, Өфө, Силәбе, Түбәнге Тагил, Магнитогорск ҡалалары. “Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә” тигән девиз менән ойошторолған сарала һәр кем бушлай ҡатнаша ала. Бының өсөн 40-сы йылдарҙа төшөрөлгән фото кәрәк. Проекттың ике төп шарты бар. Уға ярашлы, һеҙ фотолағы атайығыҙ, олатайығыҙға оҡшарға тейеш. Ойоштороусылар боронғо фотолағы туғанығыҙ кеүек һеҙҙе лә камераға төшөрә. Ундағы декорацияларҙы, гримды һәм прическаны ла әҙерләй. Тағы бер шарт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ир-егеттәр фотоһын ҡабатлай. Фото нығыраҡ оҡшаһын өсөн кешеләрҙе боронғо камераға төшөрәләр.Был үҙенсәлекле проектта Башҡортостан халҡын да ҡатнашырға саҡыралар. Апрель аҙаҡтарында Рәсәй минең тарихым медия һәм тарих паркында кешеләрҙе фотоға төшөрөү була. Ошо йәһәттән Өфөгә Екатеринбургтан фоторәссамдар һәм декораторҙар килә. Һуңынан фотолар эшкәртелгәс, ошонда уҡ, Еңеү көнөнә арналған күргәҙмә асыласаҡ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

7 часов 51 минута назад
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

7 часов 52 минуты назад
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

7 часов 53 минуты назад
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

7 часов 54 минуты назад
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

7 часов 55 минут назад
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика