Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләргә йыйына

Ветерандар сафы һирәгәйә. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үткән Хәмит Ваһапов быйыл 103 йәшен билдәләне. Хәмит Ғәҙи улы Ваһапов 1941 йылдан ҡалған был китапты әлеге көнгә тиклем һаҡлай. Һуғыштың көсөргәнешле ваҡытында дошман снаряды ярсығы яугирҙың планшетына эләгә. Тап ошо китап уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала ла инде.Хәмит Ғәҙи ике һуғыш ветераны. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарындағы ауыр алыштарҙа бер-нисә ҡат ҡаты яралана, контузия ала, 17 көн ишетмәй һәм һөйләшмәй. Аяуһыҙ көндәрҙе күреп үҫкән яугир, һуғыштан һуң да ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләп йәшәй. Тәне яраланыуына ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара. Быйыл 103 йәшкә аяҡ баҫыуының серен дә ул ябай ғына, ти.   Хәмит Ғәҙи улын туғандары ғына түгел, күптәнге таныштары ла хөрмәт итә. Йыл һайын оло кешене иҫкә алып, ҡотлап тора улар.Күпте күргән аҡһаҡал йәш быуын өсөн өлгө лә булып тора. Ярҙам һорап һәр килгән кешегә ул үҙенең тос кәңәштәре менән ярҙам итә.Хәмит Ваһаповтың бер быуатлыҡ биографияһы буйынса ил тарихын өйрәнергә мөмкин. Бәхетле киләсәк өсөн үҙ ғүмерен аямай көрәшеп, еңеү яулаған яугир ауылдаштары өсөн дә ғорурлыҡ тойғоһон уята. Һуғыш осорондағы ауыр көндәрҙе үтеп, әле бәхетле ҡартлыҡ кисергән Хәмит Ваһапов тыуып үҫкән йорт тап ошо урында урынлашҡан. Ветерандың бала-сағы үткән урында әле уның туғандары йорт һалып йәшәй. Был ер яҡындары, ауылдаштары һәм Хәмит Ваһапов өсөн ҙур иҫтәлек булып тора.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

8 часов 17 минут назад
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Яндекс.Метрика