Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта

Стәрлетамаҡ ғалимдары сәләмәт туҡланыу һағында торор виртуаль ярҙамсы уйлап сығарған. Ул кеҫә телефонына “аҡыллы үлсәү” тоташтырып кешенең ауырлығын даими контролдә тота. Ерҙәге һәр икенсе кеше ваҡытында иҫкәртелмәгән сир сәбәпле яҡты донъя менән бәхилләшә. Ауырыуға еткермәйенсә, һаулыҡты алдан хәстәрләү беҙҙең дәүерҙә иң киң таралған өндәүҙәрҙең береһе. Берәүҙәр иммунитетты дөрөҫ аҙыҡ ҡушымталары менән нығыта, икенселәр махсус күнекмәләргә баҫым яһай. Һәммәһенең маҡсаты — сәләмәт тормош. Стәрлетамаҡта төпләнгән ғалимдар төркөмө һаулыҡҡа зыян килтерер бәләне бирәнлек һөҙөмтәһендәге һимереүҙән күрә. Төп хәүеф – шәкәр диабеты, ти Булат Иҙрисов. Ябығыу һәм матдәләр алмашыныуы боҙолоуға бәйле үҙгәрештәрҙе иҫкәртеү программаһы кеҫә телефоны, аҡыллы үлсәү, аҙымиҫәпләгес, видеодәрестәр һәм кейс менеджерҙан ғибәрәт. “Панацея Клауд” проектына оҡшаш ярҙамсылар күп. Бәғзеләр һәр аҙымын һәм көндәлек ризыҡ ҡеүәтен иҫәптә тотор сараларҙы ҡул сәғәте урынына йөрөтә. Конкуренттарҙан беҙҙе фитнес-тренер, табип, психолог кеүек белгес белешмәләрен бер юлы биреү менән сирҙе дауалау түгел, ә иҫкәртеү ысулында нигеҙләнеү айыра, ти проект авторҙары. Хроник сирҙәргә цифралы терапия. Заман белгестәре заман ысулын смартфонға махсус ҡушымта урынлаштырып башҡарырға тәҡдим итә.  Ҡушымтаның өҫтөнлөгө шунда сәләмәт тормош алып барыусы кәрәк саҡта табип менән бәйләнешкә сыға ала. Бәйләнеш өсөн табиптың үҙең белгәнен һайларға ла, ҡушымта тәҡдим иткәне менән ризалашырға ла мөмкин. Виртуаль ярҙамсы ысулын социаль селтәрҙәр ҙә киң тарата. Диетолог хеҙмәтен тәҡдим итеүселәр һәм уларҙы ҡулланыусылар етерлек. Өфөләге доктор Регинаға, мәҫәлән, бөтә донъянан яҙылыусылар 300 меңгә яҡын. Белешмәне скайп аша алалар. Сәләмәт тормош яҡлыларҙың теләге билдәле – сирҙәрҙе иҫкәртеп ғүмер оҙайлығын арттырыу. Маҡсаттары ла изге – кешелекте именлеккә илтеү. Нәфселәре лә тыйнағыраҡ булһа гармонияға алыҫ ҡалмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диетолог хеҙмәтенә хаҡтар сәләмәт булырға ҡарар иткән һәр кемдең кеҫәһенән түләр кимәлдә түгел.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика