Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр

Ике йыл элек ире мәрхүм булғас, ул балаларҙы приютҡа ҡайтарыуҙан баш тарта һәм ҙур ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. 10 йәшлек Алик өйҙәге иң оло ир-егет булараҡ аш алды намаҙын уҡый. Бер өҫтәл артында төрлө милләттән 4 ғаиләнән йыйылған балалар. Уларҙа берҙәмлек һәм бер-береңде туған тип ҡабул итеү тойғоһо көслө. Балаларҙы уллыҡҡа алып ваҡытынан алда киткән Бәхет исемле атай шулай тәрбиәләгән. Төп тәрбиә алымы – хеҙмәт. Малайҙар ҡулынан  килгәнсә ирҙәр эшен башҡара, ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһендә. Дилә Мәхүтова балаларҙың һәр минутын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Һөнәре ҡушыуы буйынса уға күп ваҡыт балалар менән эшләргә тура килә. Шуға ла уны өйҙәгеләр ҙә, уҡыусылары ла ярата.Тик йылмайуысан, ихлас уҡытыусы, әсәй кеше иңендә ниндәй ауырлыҡтар ятҡанын күп кенә ололар ҙа белмәй. Ғаилә башлығынан ҡалғас йортто ауыр тынлыҡ ялмап ала. Балаларҙың йөҙөндә беҙҙе кире приютҡа ебәрмәгеҙ тигән ҡараш ине тип күҙ йәштәре аша хәтерләй әсә кеше. Был ғаиләлә төп ҡағиҙә тәртип, һәр нәмәлә тәртип тәрбиәләр өсөн балаларҙы спортҡа ылыҡтаралар, әсә кеше көн дә саңғыла йөрөп ҡайтырға ла өлгөрә.Тик спортты яратҡан ҡыҙҙары түңәрәккә йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм, күрше ауылдағы мәктәпкә төштән һуң автобус йөрөмәй. Һәм был проблемаларҙың кесеһе генә.Күп балалалы ғаилә Яңы Никольский ауылының иң осонда йәшәй. Бынан туҡталышҡа тиклем яҡынса ике километр йәйәү атларға кәрәк. Ҡышын был артыҡ ҡатмарлы булмаһа, яҙын бында хатта машинала ла үтеп булмаясаҡ.Өҫтәүенә ауылдан район үҙәгенә автобус аҙнаһына 3 тапҡыр ғына йөрөй. Иң кесе инвалид улы менән әсә кешегә юлдаш эҙләргә тура  килә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика