Йырсы ғына түгел, ғалим, ижади ҡарашлы оҫта, яҡшы ойоштороусы, тырыш эшҡыуар

Ошо барлыҡ һыҙаттарҙы үҙендә туплаған үҙенсәлекле шәхес Вилдан Яруллин бөгөн үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Аҙна һайын Вилдан Яруллин йорт хайуандарына ҡаланан тоҡ менән ашамлыҡ алып килә. Бында уны тиҫтәгә яҡын ҡуян һәм яратҡан бесәйҙәре көтә.Ул шулай һәр береһенә наҙлап өндәшә, яратып та ала. Йорт хайуандарына һөйөү бәләкәйҙән килә, ти Вилдан Хәлиҙәр улы.Хужа ҡышҡылыҡҡа ябып ҡуйылған бал ҡорттарын да күрһәтте. Умартасылыҡ менән ул 10 йыллап шөғөлләнә.Вилдан Яруллин һунарҙы ла үҙ итә. Мал йәнле кешенең маҡсаты хайуандарҙы атыу түгел, ә ял итеү. Вилдан Яруллинды киң йәмәғәтселек йырсы һәм артист булараҡ ҡына белә һәм беҙ уны сәхнәлә генә күрергә күнеккән. Ә баҡтиһәң, ул ижади ҡарашлы оҫта ла. Ошо төҫлө таштар һәм мәсет макеты менән биҙәлгән мейесте ул үҙ ҡулдары менән эшләгән. Сәнғәт институты менән бер рәттән, Башҡорт дәүләт университеты ла Вилдан Хәлиҙәр улы өсөн ят түгел. Ун йыл элек ул был уҡыу йортона яңы белем артынан килгән.Йырсы аспирант музыканың трансценденталь теорияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм философия фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.Әммә был баҫҡыста ғына туҡталып ҡалырға йыйынмай йырсы, киләсәктә докторлыҡ диссертацияһын яҡларға планлаштыра. Ә әле 50 йәшлек юбилейына арналған концертҡа әҙерлек эштәре менән янып йөрөй.“Алтын юбилей” тип исемләнгән тамаша, бөгөн, йәғни 17 апрель “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Ошо уңайҙан легендар “Ҡарауанһарай” төркөмөнөң тәүге составы бергә йыйылып сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ, илдең төрлө төбәктәренән юбилярҙың донъя кимәлендә танылыу алған ижадташ дуҫтары ла   ҡотларға ниәт белдергән.Вилдан Яруллин үҙе лә яңыраҡ ҡына Ҡаҙағстанға “Ебәк юл йондоҙо” халыҡ-ара музыкаль конкурсына баһалама ағзаһы итеп саҡырылғайны. Өс ай буйы Алматы ҡалаһында йәшәп, ул юғары квалификациялы бегстәрҙән төҙөлгән комиссия составында йәш йырсыларҙы баһалай. Әйткәндәй, был конкурста Вилдан Хәлиҙәр улы Башҡортостандың данын яҡлаған Ян Лира менән бергә “Сыңрау торна” йырын башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдыра.Легендар “Ҡарауан-һарай” төркөмөнә яңы һулыш биреү идеяһы ла уныҡы. Ошондай уҡ исем аҫтында студия ойоштороп, йәштәргә ҡанат ҡуйыусы, ҙур сәхнәгә юл асыусы остаз да ул. Ихлас, киң күңелле кеше, уның кеүек ошойтороусыны башҡа осратҡаным юҡ, ти уның хеҙмәттәштәре. Юбиляр үҙенең ярты быуатлыҡ ғүмеренә байҡау яһап, ошондай һығымта яһай. Ысынлап та, үкенергә урын юҡ. Билдәле йырҙа йырланғанса, Вилдан Яруллиндың “йәшен һорамай, ә күрһәткән эшен һанаһаң”, уның ғүмерен быуатҡа тиңләрлек.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

7 часов 35 минут назад
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Яндекс.Метрика