Бетләгән йортта йәшәүселәр михнәттәре

Иглин халҡы Ветерандар урамында урынлашҡан ике ҡатлы йортҡа әллә нисәмә йылдар капиталь ремонт эшләнмәүенә зарлана. Идарасы компания юҡ, шуға ла йорт ташландыҡ хәлдә. Урындағы халыҡ өй ҡыйығын һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын хәлдәренән килгәнсә үҙҙәре эшләргә мәжбүр. Бынан тыш, ҡайһы бер фатирҙағы диуарға үңәҙ бәшмәге сығыу сәбәпле бет үрсегән. Бер бүлмәле фатирҙа йәшәүсе Ирина Ғәлиева әйтеүенсә, өй эсендә ремонт эшләүҙән файҙа юҡ. Йәбештергән обой диуарҙың дымлы булып күгәреүе арҡаһында килеп төшә, шул сәбәпле ауыр еҫ өй эсенә тула. Крандан аҡҡан һыу ҙа эсерлек түгел.Был йортта көн күреүселәрҙе бигерәк тә яҙғыһын ҡыйыҡтан һыу ағып йонсота. Урындағы хакимиәттән ярҙам күрһәтелмәгәс, халыҡ ҡыйыҡты үҙ аҡсаһына ҡаплай. Йорт диуарының дымлы булыуы арҡаһында, күптәр үҙ һаулығына зарлана. Өс бала әсәһе  Альбина Фәттәхова һүҙҙәренсә, өйҙәрендә бет үрсегән. Ветерандар урамында урынлашҡан ике ҡатлы йортҡа 1964 йылда нигеҙ һалынған.  Йорт тәүҙә Иглиндағы һөнәрселек училищеһына ҡараһа, ә 2004 йылда ул урындағы хакимиәткә тапшырыла. Ике ҡатлы йорттоң идара итеү компанияһы юҡ. Шуға ла йорттоң эске һәм тышҡы яғына бер ниндәй ҙә ремонт эшләнелмәй.Бынан тыш, подьезд алды ла йыл һайын бысраҡ һыу менән тула. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, ике ҡатлы йорттағы торбаларҙың эшләмәүе арҡаһында, бысраҡ һыу тап ошо урынға йыйыла. Бигерәк тә яҙғыһын бындағы һыу күрше-тирәләге баҡсаларға һәм йылғаға ағып төшә. Ә йәйгеһен бысраҡ һыу бөтөнләй кипмәй.Бер нисә йыл элек бында торлаҡ-милекселәре ширҡәте ойошторола, әммә тиҙҙән ул да тарҡала. Халыҡ район хакимиәтен ике ҡатлы йортто рәткә килтермәүендә ғәйепләһә, урындағы хакимиәт, киреһенсә, халыҡ  капиталь ремонт өсөн аҡса түләмәй, тип белдерә.Хәҙер емерелергә торған йортта йәшәүселәр үҙҙәренә идарасы компания һайларға тейеш. Ризаһыҙлыҡ була ҡалһа, идара итеү компанияһы конкурс аша һайланасаҡ.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика