Мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең сикһеҙ мөмкинлектәре

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 16 йәшлек инвалид интернет аша кешеләрҙе компьютерҙа эшләргә өйрәтә. Үҫмер шулай уҡ һүҙ оҫталығын шымарта һәм композитор булырға хыяллана. Виртуаль уйындары, социаль селтәрҙәр урынына белем алыу һәм аҡса эшләү. Павел Пуликов өсөн компьютер ваҡытты бушҡа уҙғарыу ҡоралы түгел. 12 йәшендә ул интернет ярҙамында уҡытыусы дәрәжәһенә етә. Церебраль фалиж менән интеккән малайға бөгөн донъяның төрлө тарафтарынан мөрәжәғәт итәләр. Наталья Малавичева мәҫәлән Мурманскийҙан. 18 йәше тулмағанлыҡтан эш биреүсе уны айына 8 сәғәткә генә яллай ала, ҡалған ваҡытын үҫмер мәктәптә һәм Президент лицейында дистанцион уҡыуға бағышлай. Һуңғыһында ул радио һәм тележурналистиканы үҙләштерә. Мөмкинлектәре сикләнгән тигән ҡараш менән Павел бер ҙә килешмәй. Быны ул һүҙҙә түгел эш менән дәлилләй. Мәҫәлән эш өсөн кәрәкле техника, телефон, хатта күңеленә ятған музыка ҡоралын ул үҙ аҡсаһына һатып алған. Әле мөмкинлектән файҙаланып коллегамдан оҫталыҡ дәресе ала.

Әлегә музыка ҡоралында уйнау ауыр бирелә, сөнки уның тап хәрәкәт аппаратын фалиж һуҡҡан, әммә киләсәктә композитор булыу хыялы менән янып йәшәй. Бөтмөр, тырыш егеттең кеше араһына сығып, үҙе кеүек балаларҙы уҡытыу теләге лә бар. Урындағы инвалидтар ойошмаһында уның ярҙамын ихлас ҡабул иткәндәр, тик бының өсөн шарттар юҡ.Илнур Атанғолов Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Баймаҡ ҡалаһындағы бүлеге белгесе.Район хакимиәте яңы бина вәғәҙәләгән, тик уның өсөн ҡуртым хаҡы түләүҙе шарт итеп ҡуйған. Ойошманың финанс мөмкинлектәре, әлбиттә, юҡ, шуға ла һәр баланың яҙмышы ата-әсә ҡулында ғына ҡала, ти Павел Пуликовтың әсәһе.Павел иһә оло тормошҡа әҙер. Физик мөмкинлектәре сикле булһа ла ул аҡыл яғынан күп тиҫтерҙәренә өлгө. Ә аҡса эшләргә уның ҡулынан килә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

8 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Яндекс.Метрика