Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
- Канаданың Торонто ҡалаһында микроавтобус халыҡ күп йөрөгән урамда йәйәүлеләрҙе тапатҡан. 10 кеше һәләк булған, 15 кеше йәрәхәтләнгән.
- Әрмәнстан премьер-министры Серж Саргсяндың вазифаһынан китеүе Ереванда ҙур байрамға әйләнгән. Сәйәсмән отставкаға китеүе тураһында белдергәс меңләгән кеше урамдарға сыҡҡан.
- Франция тимер юлсылары һәм Эйр Франс авиакомпанияһы хеҙмәткәрҙәре тағы ла эш ташлған. Киләһе көндәрҙә илдә транспорт хәрәкәте менән ҙур ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал.
- Амур өлкәһендә урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл һәм ҡасабаларға ҡурҡыныс янамай. Янғындарҙы һүндереүҙә ике Бе-200 самолеты, Ми-8 вертолеты һәм меңләгән кеше ҡатнаша.

Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта?
Торлаҡ йылытыу хаҡтарына ҡағылышлы хәлде көйләү бурысын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары үҙ ҡарамағына алды. Эшсе комиссияның беренсе ултырышында депутаттарҙың һорауҙарына ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре яуап бирҙе. Ултырыш онлайн форматта үтте. Йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыуына...

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды
Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра
Өфөнөң Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй
Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

Тау хатаны ғәфү итмәй
Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора
Яңы эш аҙнаһы ҡала халҡы өсөн һынауҙан башланды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел тулыһынса ябылыу сәбәпле, юлдарҙа 7-8 баллыҡ тығындар барлыҡ килде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Көн һайын был юлдан меңләгән машина үтә. Водителдәр...

Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ
Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Тарифтар ҡаты ҡалдыҡтарҙың нисек сығарылыуына ҡарап билдәләнәсәк. Был турала премьер-министр Андрей Назаров төбәк операторҙары һәм профилле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сүп-сар өсөн түләүҙәр 1 февралдән артырға тейеш. Сумма һәр...

Республикала вакцина яһау пункттары эшләй
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка, тәү сиратта, медицина һәм социаль өлкәлә эшләүселәргә яһала. Өфөнөң өсөнсө гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнар Ғиләжева вакцинаның беренсеһен эшләткән. Балалар менән эшләгән әүҙем кешегә бындай прививка...

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә
Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий...

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле
Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе: «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...