Үлемһеҙ полк

Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Өфө Совет армияһына резерв әҙерләү урынына әйләнә. Бында тәүге айҙарҙа 10 меңләп һалдат хәрби әҙерлек үтә.  Хәрби частар һәм ойошмалар туплана. 1941 йылдың көҙөндә баш ҡалала 361-се уҡсылар һәм 74-се, 76-сы кавалерия дивизиялары барлыҡҡа килә. Өфө пехота училищеһы асыла.

Өфө һәм бөтә Башҡортостан халҡы еңеүгә бар көсөн һала. Был турала тарихи сығанаҡтар һәм хәтирәләр һөйләй. Дәһшәтле йылдар шаңдауы әле һаман да халыҡ хәтерендә. фө халҡының Үлемһеҙ полк рәттәренә баҫып, илебеҙгә Бөйөк Еңеү яулаған яҡындарының фотопортреттарын тотоп парадта үтеүе быға асыҡ дәлил. Башҡортостан халҡы “Үлемһеҙ полк” акцияһына 2014 йылда ҡушылды һәм 4-се йыл рәттән Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡын кешеләренең портреттары менән парадта ҡатнаша. Былтыр Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап үлемһеҙ полк рәттәрендә 60 меңдән ашыу кеше үтте. Был һан йылдан-йыл күбәйә.Быйыл 100 меңдән ашыу фронтовик фотоһүрәте бер полк булып атлай. Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу ир-егет китә, һалдаттарҙың  300 меңдән ашыуы яу яланында ҡала.

Ҡайһы берәүҙәренең  яҡындары ҡарап иҫләрлек  фотолары ла ҡалмаған.Күп ғаиләләр бер төптән алтышар, туғыҙышар ир-егетте оҙатҡан. Уларҙы  ошо оҙатыуҙан башҡа бүтән  күрмәйәсәктәре ул ваҡытта бер кемдең дә уйына килмәгәндер.  Арабыҙҙан киткән яугирҙәрҙең исемдәре һәм даны мәңге хәтерҙә. Ә һуғыштан ҡайтып, әле арабыҙҙа йәшәгән ветерандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың  күптәре хәҙер хәлдәре насар булыуҙан Еңеү көнөн  өйҙәрендә ҡаршылай. Фронттан аяҡһыҙ ҡайтҡан Әсхәт Әхмәҙуллин парадты үҙ ғүмерендә икенсегә генә күрә.Балаларҙы атайһыҙ, ҡатындарҙы тол ҡалдырған һуғыш ғәрәсәтенән кешелектең  йөрәк яралары әле һаман төҙәлеп бөтмәгән. Һуғыш ауырлығын иңдәрендә кисергән быуын кешеләре  киләсәктең тыныс булыуын теләй.Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне урап үтмәгән. Ул йылдар ил тарихы ғына түгел, шәхсән һәр ғаилә тарихы. Үлемһеҙ полк менән халыҡ араһында төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы ла атлай. Уның бер олатаһы Сөнәғәтулла Измайлов 1941 йылда фронтҡа китә. Ленинград фронтында  пехотала хеҙмәт итә. 43-сөлә ҡаты яраланып ҡайта. Атаһы яғынан Сәлимйән  олатаһы  тыл ветераны, фронтҡа аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар ебәреүҙе тәьмин итә.Үлемһеҙ полкта атлаусылар бер туҡтауһыҙ ура ҡысҡыра, хәрби йырҙар йырлай. 

Уларҙы  ҡарап ҡалыусылар ҙа фронтовик туғандарының фотолары менән килде. Араларында тормош иптәштәрен юғалтҡан инәйҙәр ҙә бар. Бөйөк Еңеү  көнөн улар  мәңгелек йәрҙәре менән ҡаршылай.Аслыҡ, яланғаслыҡ, көнө-төнө хеҙмәт һәм ҡайғы менән үҫмер йылдары үткән ололар, һуғыш яланындағы ҡан ҡойошто, алышты, үлемде үҙ күҙҙәре менән күргән ветерандар заман халҡы рәхәт тормошта бәхетле  йәшәй тип ҡыуана. Иң мөһиме киләсәк быуындар  был юғалтыуҙарҙың  бушҡа түгеллеген һәм  атай-олатайҙарының ҡаһарманлығын онотмай.Ғаиләләр ҙурая, ветеран туғаны тураһындағы  мәғлүмәтте белеүселәр һаны арта. Тимәк “Үлемһеҙ полк” акцияһы үҙ маҡсатына иреште. Еңеүҙең 73-сө яҙын Башҡортостаныбыҙың, тыуған илебеҙҙең, донъяның  һуғыш ғәрәсәте ҡағылған һәр төбәгендә йәшәүселәр  ветерандарыбыҙға дан йырлап  “Үлемһеҙ полк” рәттәрендә ҡаршыланы.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика