Талпандар һөжүмгә күсә

Көндәр йылытҡас та гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә талпан энцефалитын тикшертергә 700-н ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Өфө парктарында талпандан ҡотолоу өсөн дезинфекция үткәрелә. Урманда йәки паркта йөрөгәндә һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүсе бөжәктән һаҡланыу өсөн ниндәй төп ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ? Азат Мөзипов үткән ял көндәрендә дуҫтары менән тәбиғәткә ял итергә сыға. Иртәгәһенә генә ул тәненә ҙур талпан ҡаҙалғанын абайлай. Уны йәрәхәтләмәй сығарыр өсөн шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итә.Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә иртәнән кискә тиклем  тәндән алынған талпандарҙы тикшереүгә биреү өсөн сират йыйыла. Берәү генә  түгел, ә бер нисә талпан һалынған контейнер тотоп килеүселәр ҙә бар.Әйткәндәй, беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Ул ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Ғәҙәттә, талпан тешләүҙән сир башланғанға тиклем 7-14 көн үтә. Кешенең температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, баш, тән ауырта, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы, йөҙ һәм күҙҙең ҡыҙарыуы күҙәтелә. Талпанды тартып алғас та, лабораторияға тапшырырға кәңәш итә табиптар. Уның  вирусын билдәләү өсөн  бөжәкте имгәтмәй генә алыу мотлаҡ.Гигиена һәм эпидемиология лабораторияһында бер көн эсендә яҡынса 500 талпан тикшерелә. Әле иһә тикшерелгән талпандың 2 проценты энцефалит, ә 8 проценты боррелиоз вируслы икәне асыҡланған.Лабораториялағы тикшереүҙең һөҙөмтәһе бер көн эсендә әҙер була.  Бәхеткә күрә, Азат Мөзиповҡа ҡаҙалған талпанда вирус табылмаған. Талпандар кешегә артыҡ зарар тыуҙырмаһын өсөн Өфө парктарында махсус бригада эшләй. Ағыулы матдәне улар төндә генә һибә. Тәбиғәт һөйөүселәренә иң тәүҙә үҙҙәренең һаулығын ҡайғыртыу урынлы. Шуға ла бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәңәш ителә. Быйылғы яҙҙың һуң килеүе арҡаһында, талпандарҙың көндәр йылытҡас ныҡлап һөжүм итеүен оноторға ярамай.Урманда йәки паркта йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу һәм салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай уҡ кейемде махсус препарат менән эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-кейемен дә ҡарарға онотмағыҙ. Урманда ергә ятыу һәм ултырыу ҙа ҡәтғи тыйыла.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика