Сабыйҙы нисә йәштән балалар баҡсаһына бирергә?

Яңы мөхиткә уны нисек яраҡлаштырырға? Күп кенә ата-әсәне борсоған ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Өфөнөң 212-се балалар баҡсаһында урынлашҡан Консультацион үҙәккә мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин. Камиллаға бер йәштә ун бер ай. Ул башҡа тиҫтерҙәренә ҡарағанда сит кешеләрҙән ятһынып бармай. Шулай ҙа балалар баҡсаһына барыр алдынан, яңы мөхиткә, тәрбиәселәргә өйрәнеп китеүе еңелерәк булһын өсөн әсәһе уны психологҡа алып килгән. Ысынлап та, был осорҙо өлкәндәр үҙҙәре лә ауыр кисерә. Белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалғанда ғына яраҡлашыу еңелерәк үтә. 212-се балалар баҡсаһындағы консультацион үҙәккә бында тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре генә түгел, теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Махсус үҙәк 2014 йылдан бирле эшләп килә. Быйыл иһә ул конкурста ҡатнашып, Рәсәйҙең 89 учреждениеһы араһында 2 миллион һумлыҡ федераль грант еңгән.  Субсидия мәктәпкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә төрлө ярҙам күрһәтеү сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Был йәһәттән, үҙәктә белгестәр етәрлек: араларында психолог, логопед, физкультура буйынса инструктор ҙа бар. Был балалар баҡсаһының өҫтөнлөгө тәжрибәле һәм юғары квалификациялы, тар йүнәлештәге белгестәрҙең булыуы. Әйткәндәй, бында  һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән бер рәттән һәләтле балаларға ла иғтибар бүленә. Киләсәктә грант аҡсаһына мәҫәҫлән, робот техникаһы буйынса ҡорамалдар алырға планлаштырыла. Әлбиттә, ябай ҡайсы һәм төҫлө ҡағыҙ ярҙамында ла баланың ижади һәләттәрен асырға була, ти тәрибәселәр.Һәр тәрбиәләнеүсегә булған айырым мөнәсәбәт, уның индивидуаль мөмкинлектәрен үҫтереп, баланы шәхес итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ә дәүләттең ярҙамы менән ошондай учреждениеларҙың эш һөҙөмтәһе тағы ла юҡарыраҡ кимәлгә күтәрер  ышаныс бар. 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Ауыл халҡы ҡош-ҡортон һуйып мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй. Йүнселдәре уны һатып аҡса ла эшләй. Быйыл ҡаҙ өмәләре иртәрәк башланды. Был, тәү сиратта, ҡош киҙеүенә бәйле. Күрше Татарстанда, Силәбе өлкәһендә был ҡурҡыныс сир барлығы асыҡланды. Шуға ла республиканың ветеринария идаралығы халыҡҡа...

19 ноября 2020
Смотреть видео Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды

Алты мең битлек, һигеҙйөҙ санитайзер һәм  химик эшкәртеү шыйыҡсалары тултырылған өс тиҫтә һауыт. Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды. Шәхси хәүефһеҙлек сараларын “Наша забота” берҙәм ирекмән үҙәге ағзалары үҙҙәре лә файҙалана, мохтаж кешеләргә лә таратасаҡ. Ойошма ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә

Башҡаланың 18-се дауаханаһы ковид-госпиталендә эшләгән табиптар Полиэфф предприятиеһынан хәйриә ярҙамы булараҡ биш йөҙ махсус кейем ҡабул итте. Нефтехимия тармағының эре компанияһы составындағы предприятие ҡыҙыл зонала эшләгән табиптар өсөн махсус кейемдәрҙе пандемия башынан уҡ һатып алып әҙерләгән...

19 ноября 2020
Смотреть видео Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған

Башҡортостанда тағы 119 кешелә коронавирус асыҡланған.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 12 мең 684 осрағы теркәлгән.  11 мең 219 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған.

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан

Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә коронавирусҡа ҡушылып миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы лә теркәлә. Яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән, уларҙың...

18 ноября 2020
Яндекс.Метрика