Башҡортостанда сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле

Республикала яҙғы кампания яртыһына еткән. Һауа шарттары мөмкинлек бирһә аграрийҙар аҙна ун көн эсендә сәсеү эштәрен тамамларға иҫәп тота. Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов көнъяҡ райондарҙа булып, яҙғы кампания барышы менән танышты. Көйөргәҙе районында 108 мең гектар һөрөнтө ерҙәр бар. Уларҙың 96 мең гектарҙан ашыуында быйыл сәсеү эштәре атҡарыла. Хужалыҡтар көндәрҙең йылы тороуы менән файҙаланып ҡалырға тырыша.Киров исемендәге хужалыҡ Көйөргәҙе районында алдынғыларҙан иҫәпләнә. Бында 2 меңдән ашыу эре мал аҫырала, 16 мең гектарҙан ашыу майҙан эшкәртелә. Хужалыҡ тулыһынса үҙ-үҙен тәьмин итә һәм йылдан йыл инфраструктураһын яҡшырта.Көйөргәҙе уңғандары ла юғары килем килтергән культураларға өҫтөнлөк бирә. Быйыл етен, шипкән, гәрсис, ноҡот борсағы, люпин 2 мең гектар ярым майҙанда сәселә.Ейәнсура аграрийҙары быйыл 43 мең гектарҙа иген сәсә. Инвесторҙар йәлеп итеү сәбәпле һуңғы арала ғына бында бихисап яңы техника һатып алынған. Уларҙың күбеһе ҡеүәтле тракторҙар һәм тағылма инвентарь.Күгәрсен районында 10 эре предприятие ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Сәсеү эштәренә бында 75 мең гектарҙан ашыу майҙан бүленгән. Хужалыҡтар орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, белгестәр һәм эшсе ҡулдар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Тракторҙар паркы ла етди тикшереү үткән.Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл сәсеү майҙаны 3 процентҡа арттырылған. Ауыл эшсәндәре алдында 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы кампанияны башҡарып сығыу бурысы тора.Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә хужалыҡтар 1 миллион гектарҙан ашыу майҙанда эштәрҙе теүәлләгән. Белгестәр көндәр уңай торһа сәсеү аҙна ун көн эсендә тамамланасаҡ, тип өмөтләнә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Ауыл халҡы ҡош-ҡортон һуйып мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй. Йүнселдәре уны һатып аҡса ла эшләй. Быйыл ҡаҙ өмәләре иртәрәк башланды. Был, тәү сиратта, ҡош киҙеүенә бәйле. Күрше Татарстанда, Силәбе өлкәһендә был ҡурҡыныс сир барлығы асыҡланды. Шуға ла республиканың ветеринария идаралығы халыҡҡа...

19 ноября 2020
Смотреть видео Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды

Алты мең битлек, һигеҙйөҙ санитайзер һәм  химик эшкәртеү шыйыҡсалары тултырылған өс тиҫтә һауыт. Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды. Шәхси хәүефһеҙлек сараларын “Наша забота” берҙәм ирекмән үҙәге ағзалары үҙҙәре лә файҙалана, мохтаж кешеләргә лә таратасаҡ. Ойошма ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә

Башҡаланың 18-се дауаханаһы ковид-госпиталендә эшләгән табиптар Полиэфф предприятиеһынан хәйриә ярҙамы булараҡ биш йөҙ махсус кейем ҡабул итте. Нефтехимия тармағының эре компанияһы составындағы предприятие ҡыҙыл зонала эшләгән табиптар өсөн махсус кейемдәрҙе пандемия башынан уҡ һатып алып әҙерләгән...

19 ноября 2020
Смотреть видео Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған

Башҡортостанда тағы 119 кешелә коронавирус асыҡланған.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 12 мең 684 осрағы теркәлгән.  11 мең 219 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған.

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан

Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә коронавирусҡа ҡушылып миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы лә теркәлә. Яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән, уларҙың...

18 ноября 2020
Яндекс.Метрика