Рөстәм Хәмитов Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе тәбрикләне

Етенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл 120 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан. Ә абсолют еңеүселәр араһында 7 кеше. Әлегә самолёт менән уйнаһа ла, Маркел Шәйхетдиновтың иң ҙур хыялы ракетала йыһанға осоу. 1-се класста тәүге космонавт Юрий Гагарин тураһында белгәс тә, ул был теләк менән яна башлай. Тап ошо теләк уны Гагарин кубогына олимпиадала ҡатнашырға этәрә. Етенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл 120 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан. Ә абсолют еңеүселәр араһында 7 кеше. Уларҙы Республика башлығы һәм Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй геройы Ревин бүләкләне.Тап Рөстәм Хәмитов олимпиадаға «Юрий Гагарин кубогы» исемен ҡушҡан. Үҙенең сығышында ул алты йәшендә генә Мәскәүҙә 1 май демонстрацияһында Юрий Гагаринды күреүе тураһында һөйләне. Тәүге космонавты ул асыш менән тиңләй — йыһанды, яңы белем, яңы мөмкинлектәрҙе асыуы өсөн. Юҡҡа ғына олимпиада Юрий Гагарин исемен йөрөтмәй. Унда ҡатнашҡан балалар яңы ғилемгә ынтыла, белемдәрен камилаштыра. Интелектуаль ярышта уҡыусылар  15 предмет буйынса тест тапшыра. Һәр бүлектә йыһан темаһына ҡағылған һорауҙар бар.Әйткәндәй, был олимпиадала еңеүселәргә юғары уҡыу йортона ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһенә ҡушып, өҫтәмә баллдар ҙа ҡуйыла. Интелектуаль ярыштың призерзары — 7, еңеүеселәре — 10 балл аласаҡ. Ошо турала 12 апрелдә Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары менән осрашҡанда уҡ белдергәйне. Дәртләндереүсе, стимул биреп тороусы был сара ла балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтереп, аныҡ фәндәргә ҡыҙыҡһыныуын нығытасаҡ, тигән фекерҙә етәксе. Әлбиттә, фәнни-техник прогресс заманында йәш быуындың аң кимәлен яңы кимәлгә күтәреү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып ҡала.  2016 йылда тап Өфөлә Гагарин үҙәге асылыуы ла республика башлығынының мәғарифтең был өлкәһенә етди ҡарашын күрһәтә. Мәктәп уҡыусыларына техник йүнәлештәге өҫтәмә белем биреүҙе күҙ уңында тотҡан үҙәк аэройыһан өлгөләре, IT-технологиялар, 3D моделдәр һәм цифрлы технологиялар өлкәһендәге ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Буласаҡ инженерҙар шөғөлләнгән технопарктар ҙа етәрлек. “Гагарин үҙәге” базаһында “Космоквантум”, тағы ла Өфөлә һәм Благовещенда бер-нисә кванториум бар. Дәүләкән районында иһә  башҡорт космонавт-һынаусыһы Урал Солтанов исемен йөрөткән Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп эшләп килә. Бөтә донъянан йыһан менән ҡыҙыҡһыныусы балаларҙы бергә туплаған уникаль проекттың Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Шулай ҙа, Башҡортостан бер урында тормай, һәр саҡ үҫеш юлында. Әле, мәҫәлән, балалар кванториумдарын үҫтереү өҫтөндә эштәр алып барыла. Баш ҡалала булғандарын камиллаштырып, район үҙәктәрендә яңыларын төҙөү, йәйге лагерҙарҙа йыһанда өйрәнеүгә йүнәлтелгән сменалар булдырыу ҡарала. Дөйөм алғанда, республикала йәш быуынды ҡанатландырыусы космос һәм авиация үҙәктәре бихисап. Әйткәндәй, Башҡортостан менән космос араһында мөнәсәбәт үҙенә бер төрлө, үҙенсәлекле. Космонавтар беҙҙең республиканы айырыуса яҡын күрә. Балалар менән аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға, һәм хатта дауаланырға ла бында киләләр. Ә башҡорт балы күптәнән инде йыһанда. Космонавтарҙың рационына индерелгән был татлы ризыҡты тап беҙҙең республика Халыҡ-ара йыһан станцияһына ебәрә. Сифаты буйынса тик башҡорт балы ғына йыһан стандарттарына тура килә.Был кубок йәш гагаринсыларҙы йыһанға яҡынайтҡан бер баҫҡыс, этәргес көс булып тора булып тора. Ә олимпиада үҙе фәнни-техник прогресс заманында республика йәштәренең аң кимәлен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүсе сараның асыҡ миҫалы. Унда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл артҡанын иҫәпкә алғанда, ойоштороусылар үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә мөмкин.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика