Өфөлә сик һаҡсыларының дан музейы асылды

Ил тарихын ихтирам иткәндәр сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған тантанаға 37-се мәктәптә йыйылды. Яңы музей илһөйәрлек тойғоһо таныш һәр кем өсөн кәрәк һәм ҡиммәт. Илебеҙҙең төрлө мәлдәрендә сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ватандаштарыбыҙ был тантананы тулҡынланып көтөп алды. Үткән йылдың октябрендә башланған эшкә тәү сиратта ветерандар тотонһа, киләһе уҡыу йылынан сик һаҡсылары әҙерләр кадет класы асыу ниәте һәм уҡыу йортона Советтар Союзы геройы Вениамин Недошивин исемен алыу теләге менән янған 37-се мәктәп уҡыусылары менән уҡытыусылары башланғысты бойомға ашырыуҙы тиҙләтте. Сик һаҡсылары көнө алдынан уларға дан музейын асыу хөрмәт һәм хәтер билдәһе.  Ышаныслы һәм ғәҙел тигән дан тотҡан Башҡортостан егеттәре сик һағы ғәскәрҙәрендә тоғро хеҙмәт иткән. Уларҙың тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр хәҙер ошо үҙенсәлекле музейҙа тупланған. Экспонаттарҙың иҫәбен үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, ти тормош именлеге дәрестәрен уҡытыусы, отставкалағы капитан Вячеслав Кочкин. Хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт иткән егеткә сик ғәскәрҙәре ветерандарының берҙәмлеге менән тәүәккәллеге тәрән тәьҫир иткән. Яҡташтарҙың шанлы тарихын данлаған музей ойоштороуҙа Вячеслав Сергеевич эҙәрмәндәр отряды рәйесе булараҡ та шәхсән ҡатнаша. Йәш быуын өсөн ватандың данлы тарихын өйрәнеү үҙәге буласаҡ музей сик буйы ветерандары өсөн – осрашыу-аралашыу урыны. Был ғәскәр вәкилдәрен татыулыҡ һәм ойошҡанлыҡ таныта.Ветерандар яңы музейҙа үҙҙәре генә түгел балалар менән дә осрашыуҙар ойоштороп илһөйәрлек дәрестәре бирергә ниәтләй. Сик буйы һаҡсыларының дан музейы республикала берәү генә. Уның тарихи мәғлүмәттәр фонды яңы ҡомартҡылар өсөн асыҡ. Эҙәрмән, ирекмән һәм ветерандар ғына түгел сик һағы һәм һаҡсыларына бәйле мәғлүмәттәрҙе теләгән һәр кем уртаҡлаша ала.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика