Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге айырым урамдарҙы һыу баҫты

Туҡтауһыҙ, ҡойоп тигәндәй ямғыр яуыу сәбәпле, Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге айырым урамдарҙы һыу баҫты. Йорт араларынан автомобилдәрҙә хәрәкәт итеү ҡатмарлашты, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә водителдәр. Ҡайһы бер урындарҙа һыу тәгәрмәстең яртыһына тиерлек етә. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә ямғыр яуасаҡ, тип вәғәҙәләй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях