Форум асҡан мөмкинлек

Санкт-Петербургта бөгөн халыҡ-ара иҡтисади фоумдың икенсе көнө. Кисә генә Башҡортостан 11 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы.  Уларҙың дөйөм хаҡы 30 миллиард һумдан ашып китә. Республика башлығы киләсәктә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирәсәк бер-нисә мөһим осрашыу үткәрҙе.   Башҡортостанда яңы йөк машиналары, заманса аяҡ-кейеме һәм шампундәр етештерелә башлай. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең иҡтисади үҫешенә ышаныслы нигеҙ һалыр килешеүҙәр буйынса бер нисә осрашыу үткәрҙе. “Камаз” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы предприятиеларында, мәҫәлән, һигеҙ мең кеше эшләй. Хеҙмәттәшлекте дауам итеү етештереүҙе модернизациялау һәм Нефтекама менән Туймазы заводтарында яңы тауар сығарыуҙы күҙ уңында тота.  Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең йәнә береһе — “Юнистрой” компанияһының Башҡортостанға инвестициялар индереүен дәлилләй. Республика хөкүмәте менән компания араһындағы килешеүгә ярашлы, Благовещенскийҙа төҙөләсәк заводта шампунь, шыйыҡ һабын, туҡыма-ярҙамсыл саралар етештереү күҙаллана. Предприятела 140-ҡа яҡын эш урыны булдырыу көтөлә. Иҡтисади форумда ҡатнашыусылар тауар алмашыу маҡсатында йөк ташыу бөгөн халыҡ-ара кимәлдә оптималләштереүҙе талап итә, тип билдәләй. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы менән халыҡ-ара транспорт логистикаһы компанияһы араһындағы килешеү  тап ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелә. Яндекс-такси йәмғиәте моноҡалалар фонды аша Күмертауҙа пассажирҙар ташыу сифатын яҡшыртыуға иҫәп тота. Был хеҙмәттең интернет бәйләнешкә ҡарата талаптарын үтәү бәләкәй ҡалала башҡа хеҙмәттәрҙең дә үҫешенә булышлыҡ итә.  ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең сираттағы дүртенсе форумы быйыл Өфөлә октябрҙә ойошторола. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төнъяҡ башҡалалағы форум барышында Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Сергей Катырин менән сараның үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты. Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда бөгөн дә төрлө эшлекле осрашыуҙар, сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Төбәк етәкселәре һәм хөкүмәт вәкилдәре өлкә-республикаларҙың социаль-иҡтисади үҫешендә милли проекттарҙы эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыу, субъекттарҙың инвестициялар өсөн уңайлы яҡтарын танытыу, дәүләт идаралығының яңы ысулдарын ҡулланыу кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алыша. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика