Республикала бөгөн ҡырау төшөүе ихтимал

Айырым райондарҙа  ҡар ҡатыш ямғыр, хатта ҡар яуыуы көтөлә. Иртәгә тупраҡта 5 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Быйылғы йәй нисек буласаҡ? Йылы миҙгел  башланыу менән баҡса эштәренә сумып, бар йәйен тиерлек, бында уҙғарырға яратҡан тәжрибәле баҡсасы — Гөлнур Ниғмәтоваға май айында төшкән ҡырау бер ни түгел. Теплица эсендәге ҡайһы бер үҫентеләрҙе баҡсасы асыҡ урынға сығарып ултыртырға ашыҡмай. Махсус йылытма арҡаһында ҡырау төшөүҙән күп үҫентеләрҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ, тип Гөлнур Ниғмәтова. Ә бына Урал аръяғындағы ҡайһы бер баҡсасыларҙың ҡыш-яҙ буйына тәрбиәләгән үҫентеләрен хатта теплица ла һаҡлай алмаған. Йәй етте тип, көндәрҙең эҫе тороуына ҡыуанған бәғзе берәүҙәргә үткән ял көндәре яуған ҡойма ямғырҙар, ҡырау төшөүе көтөлмәгән ваҡиғаға булды. Ауыл хужалығы министрлығы иһә һауа торошоноң бындай күренешенең бөртөклө культураларға бер зыяны ла юҡ, тигән фекерҙә. Йәйге айҙарҙа Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән көслө ел сығыуы арҡаһында янғын хәүефе артасаҡ,тип фаразлай белгестәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн һайын тиерлек көслө ел тураһында иҫкәртә… Яңыраҡ ҡына Өфөнөң Зорге урамында муйыл ағасы ауып электр сымдарын өҙҙө, ошо арҡала дүрт машина зыян күрҙе.Быйыл майҙа һәм июндә көндәрҙең 2017 йылдағы кеүек үк һалҡын булыуы көтөлмәй, шулай ҙа алдағы бер нисә көндөң һалҡын тороуы ихтимал, ти Гөлназ Заһитова.Белгестәр, июлдә Урал буйында температураның норманан юғары булыуы, августа һәм сентябрҙә иһә нормаға яҡын, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге көньяҡта яуым-төшөмдөң бик аҙ булыуын фаразлай.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика