Праймериз-алдан һайлау, асыҡ һайлау

Башҡортостанда берҙәм алдан тауыш биреү көнөндә 662 иҫәп участкаһы эшләне. Шуларҙың 77-һе — Өфөлә. «Берҙәм Рәсәй» беренсе тапҡыр асыҡ праймериз уҙғарҙы. Ошо ысул менән сәйәси фирҡә артабан үҙ исеменән депутатлыҡҡа кандидат күрһәтеү мәсьәләһен хәл итә. Тейешле күләмдә тауыш йыйған кандидаттар иһә көҙгә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Өсөнсө июндә иртәнге сәғәт һигеҙҙә Башҡортостанда 662 иҫәп участкаһы асылды. Шуларҙың 77-һе Өфөлә. Башҡаланың Киров районы халҡын 6-сы Пушкин һайлау округы ҡабул итте. Бында тәүгеләрҙән булып төбәк етәкселеге тауыш бирҙе. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов йәш сәйәсмәндәргә өҫтөнлөк биреүен белдерҙе.Праймериз электоратҡа яҡшы таныш булмаған һәм ул өмөт бағлаған кандидаттарҙы асыҡларға булышлыҡ итә. “Берҙәм Рәсәйҙән” депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтер өсөн көнэлгәре һайлау мотлаҡ талап. Кандидаттар шулай уҡ һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты. Берҙәм Рәсәй көнэлгәре һайлауҙы беренсе, асыҡ ысул менән  башҡара. Быйыл тәүге тапҡыр халыҡ 28 майҙан 1 июнгә тиклем онлайн тауыш биреү хоҡуғын файҙаланды. Республикала был ысул менән 15 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе. Иҫәп участкаларында иһә көнэлгәре тауыш биреү ғәмәле ғәҙәти һайлауҙағы кеүек. Бары өйҙә тауыш биреү ҡаралмаған. Тауыш биреү рейтинг ысулы менән үтте, йәғни, исемлектән бер нисә кеше йәиһә барыһы ла һайланды. Республика буйынса кандидаттар һаны алты йөҙгә яҡын. Көнэлгәре тауыш биреү һөҙөмтәләре 5 июнгә билдәле булыр, тип көтөлә. Иң күп һайлаусы тауышын йыйған кандидаттар раҫланғас “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе уларҙы 9 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға күрһәтәсәк. Башҡортостан парламентына барыһы 110 депутат һайлана.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә

Синоптиктар Башҡортостан халҡын 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Иҫкесә стиль буйынса яңы йыл төнөндә, йәғни 13 ғинуарҙан 14-енә ҡарай төндә Республика  биләмәһендә 33 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал.  Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы...

13 января 2021
Смотреть видео Марый халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Марый халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй

Тәржемәләгәндә ул һарыҡ тояғы тигәнде аңлата.  Байрам халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән башлана. Төрлө кейемдәргә кейенгән халыҡ иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршылай. Борон мариҙар был көндө ғаилә һәм үҙ хужалығының именлеге менән бәйләгән. Байрамдың беренсе көнө бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә....

12 января 2021
Смотреть видео Ер шарында “Рәхмәт” көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Ер шарында “Рәхмәт” көнө билдәләнде

Ер шарында иң изге байрамдарҙың береһен – Халыҡ –ара  “Рәхмәт” көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Башҡортостан республикаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!" акцияһын иғлан итте. Был көн һәр теләгән кеше социаль селтәрҙәге сәхифәһендә #спасибомедикамрб...

12 января 2021
Смотреть видео Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн хәҙер субсидияларҙы юллау күпкә еңелерәк буласаҡ. Йорт ихаталарында усаҡтар яғыу тыйыла.  Хәҙер күптәр өйҙән эшләргә күнекте. Онлайн-кәңәшмә ваҡытында эргәлә балаларҙың йөрөүе лә бер кемде лә ғәжәпләндермәй хәҙер. Константин Лоҡманов етәкселегендәге компания Ай-...

12 января 2021
Смотреть видео Сикләүҙәр, тығындар | ГТРК «Башкортостан»

Сикләүҙәр, тығындар

Өфөлә Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндерә башлауға бәйле автотранспорт хәрәкәтенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап үтергә тура килә.  Юл киҫелешендә машина ағымын көйләр өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

12 января 2021
Смотреть видео Ни өсөн “икеле” билдәһе? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн “икеле” билдәһе?

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфөлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәше үткәүел төҙөлөшө ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты. Водителдәрҙең борсолоуын аңларға була, сөнки беҙ башҡалаға ингән төп юлда күләмле төҙөлөш башланыҡ, тине Радий Хәбиров. Республика...

12 января 2021
Смотреть видео Республика юлдарында авариялар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында авариялар артҡан

Был тәү сиратта һауа торошона,  юлдарҙағы боҙлауыҡҡа бәйле. Юл хәрәкәте инспекторҙары халыҡҡа мөмкин булһа, оҙон юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә. Сөнки республикала киләһе көндәрҙә лә ҡар яуыуы көтөлә. Ошо сәбәпле коммуналь хеҙмәттәр водителдәргә мөрәжәғәт итеп, машиналарын урам...

12 января 2021
Смотреть видео Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһалды

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһаны. Был осорҙа йәрәхәтләнеү осраҡтары күпкә аҙайған. Яңы йыл майҙансыҡтарында йәрәхәттәр алып табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә  күп түгел. Республикала янғында ҙа аҙайған. Быға тиклем йыл һайын тиерлек...

12 января 2021
Смотреть видео "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында Бөрйәндәр әүҙем ҡатнаша | ГТРК «Башкортостан»

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында Бөрйәндәр әүҙем ҡатнаша

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнашырға теләүсе ауыл биләмәләрендә йыйылыштар үтә. Әлеге көндә проекттарҙы һайлап алыу этабы бара. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Проект ярҙамында халыҡ өсөн көнүҙәк пробемалар хәл ителә. Программала Бөрйәндәр ҙә әүҙем...

30 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостан спортсыларын яңы кимәлгә сығарыу | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсыларын яңы кимәлгә сығарыу

Өфөлә республиканың ММА Федерацияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Федерация райондарҙа үҙ бүлексәләрен асыуҙы дауам итеүҙе  лә маҡсат итә. Ултырышта киләһе йылға ҡатнаш алыш спорты федерацияһы үткәресәк спорт саралары планы раҫланды. Федерация президенты Руслан Зарипов әйтеүенсә, төбәктәрҙә...

29 декабря 2020
Яндекс.Метрика