Балаларҙы майҙансыҡһыҙ ҡалдырмағыҙ

Өфө ҡалаһы микрорайондарында тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм әлеге ваҡытҡа тиклем республикала  берҙән-бер һаналған территориаль-йәмғиәт үҙидаралығы етәкселәре һәм ағзалары борсолоулы хәлгә тарыған. 2012 йылдан  алып бөтә мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итеп килгән ойошма үҙ көстәре менән төҙөкләндергән ял итеү урынын һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә. Йылъяҙмаларҙа күрһәтелеүенсә, был биләмәгә 1611 йылда халыҡ килеп ултырған. Әлеге ваҡытта бында 3 меңдән ашыу йортта, 10 мең тирәһе кеше йәшәй. Ошондай ҙур биләмә өсөн бер генә ял итеү майҙансығы бар, уныһына ла юҡҡа сығыу хәүефе янай, тип борсола урындағы халыҡ. Микрорайондың төҙөклөгө өсөн яуаплылыҡты башта инициатив төркөм булараҡ барлыҡҡа килеп, бер-нисә йыл элек территориаль-йәмғиәт үҙидаралыҡ булып формалашҡан юридик көстәге ойошма үҙ иңенә алған. Ташландыҡ балалар баҡсаһы алдындағы ҡый баҫҡан  ер бүлемен дә ул ваҡытта халыҡ урап үтергә  тырыша. Микрорайон халҡы өмәләр үткәреп уны дәррәү таҙартырға керешә. Тиҙ арала ҡом түшәлгән балалар майҙансығы барлыҡҡа килә. Уның эргә-тирәһе лә рәтләнә. Тора бара ул ғаилә менән ял итеү паркына әйләнә. Халыҡ ташландыҡ сәхнә табып, уны күсереп ҡуйып, яңыртып ҡора. Максимовка халҡы ҙур байрамдарҙы ла ошо майҙанда үткәрергә ғәҙәтләнә.  2017 йылдың декабрендә элекке балалар баҡсаһы бинаһы яңы хужа ҡулына күсә. Бина яны биләмәһе ҡуртымға бирелә. Яңы хужаның тәүге талабы — сәхнәне алырға. Баш ҡала хакимиәтенең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығынан балалар ялы өсөн ер резервҡа индерелде, тип тынысландырһалар халыҡты, әле биләмәлә ултырған бина хужаһының ерҙе  ҡуртымға алыуға хоҡуғы беренсе сиратҡа ҡуйыла, тип яуап бирәләр.  Майҙансыҡҡа Максимовка халҡы үҙ аҡсаларына ҡом түшәтә. Унда ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге лә тәьмин ителгән. Ял майҙансығы  тәүлек әйләнәһенә  видеокүҙәтеү аҫтында.  «Максимовка» территориаль-йәмғиәт үҙидаралығы ағзалары күп көс һалып төҙөкләндергән ял майҙаны өсөн һуңғы көстәренә тиклем көрәшергә әҙер. Үҙидаралыҡтың  хакимиәт менән килешешә алмай бәхәсләшеүе менән бер үк ваҡытта, үҙидаралыҡтың тәжрибәһе ҡала кимәлендә өйрәнелеп, башҡа микрорайондарҙа ла ҡулланылыу мөмкинлегенең күҙалланыуы был хәлде тағы ла аңлайышһыҙыраҡ итә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

2 часа 25 минут назад
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

2 часа 25 минут назад
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

2 часа 26 минут назад
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

2 часа 26 минут назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

2 часа 27 минут назад
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика