«Журфест-2018» йомғаҡтары

Телдең, мәҙәниәттең һәм этностың иртәгәһе көнө милли матбуғат ҡулында. Журфест быйыл Башҡортостан журналистарын ошо тематика аҫтында берләштерҙе. Ҡулда бөгөн микрофон түгел – балта, ә ашыҡ-бошоҡ тамаҡ ялғау урынына тәмле самауыр сәйе.  Журналистарҙы йыл һайын һабан туйына йыйыу матур йолаға әүерелгән. Федераль, республика, ҡала-район гәзит-журналдары, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре был юлы милли кейемдәрен кейеп халыҡ бейеүҙәрен күрһәтте… күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Был осраҡлы түгел, сөнки тематика милли матбуғаттың тел, мәҙәниәт һәм этносты һаҡлауҙағы роленә арналғайны. Башҡортостанда бер юлы 6 телдә матбуғат баҫмалары сыға, әммә бөгөн тираждар һаны кәмей, күптәренә юғалыу хәүефе янай. Милли матбуғаттың яңы мөмкинлектәре хаҡында әңгәмә түңәрәк өҫтәл артында барҙы. Унда Мәскәү һәм илдең башҡа төбәктәренән дә белгестәр саҡырылғайны. Журфест – уникаль майҙан. Бында үткер ҡәләмле һүҙ оҫталарының яҙыу, һөйләүҙән башҡа һәләттәрен дә асаһың. Яңылыҡтар артынан ҡыуыу сәмен бында спорт ярыштарында һынатмау сәме алмаштыра.  Спортсы-журналистар өсөн фестивалдең иң көтөп алғаны еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы. Рәсәй футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткәндә, беҙҙең Рәсәй Башҡортостан телерадиокампанияһы ла был спорт төрөндә һынатманы. Медиакиңлектәге төп дәғүәсе – Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы командаһын еңеп беренсе урынға сыҡты.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика