Ике күрше талаша

Өс бала менән урамда ҡалған ғаиләгә бәйле бөгөн яңы мәғлүмәт билдәле булды. Беҙҙең хәбәрселәр уларҙың күршеләре Александровтар ғаиләһе менән аралашты.  Улар ер мәсьәләһен һәм балаларҙың урамда ҡалыуын бөтөнләй башҡаса аңлата. Хажиғәлиевтар һүтелгән йорт өсөн борсолһа, күршеләре уларҙы селпәрә килгән тәҙрәләр өсөн ғәйепләй. Өс балалы йәш ғаилә ҡасандыр ергә законһыҙ нигеҙ һалған. Хажиғәлиевтарҙың күршеләре Александровтар ғаиләһе һөйләүенсә, был йортто ҡартатаһы менән ҡартәсәһе 1924 –се йылда һатып алған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, улар  өйҙө үҙҙәренең балаларына яҙып ҡалдырырға мәжбүр була. Иҫкереп бөткән фотоһүрәттәр хәҙер был дөрөҫлөктө иҫбатлай. Олатай-өләсәһенән ҡалған мираҫ ейән-ейәнсәрҙәре Сергей һәм Надеждаға күскән.Александровтар һөйләүенсә, 1980-се йылдарҙа уларҙың ер өлөшөндә Радик Хажиғәлиев йорт төҙөй башлай. Тәүҙә өй 45 квадрат метрлы булһа, ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килеп, ғаиләһе ишәйгәс,  хужа йортон ҙурайта башлай һәм күршеләренең биләмәһенә инә. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсаты менән Александровтар судҡа мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, хәҙер Радик Хажиғәлиевтың ҡыҙҙары һәм ейәндәре үҙҙәре төҙөгән әммә законһыҙ йортто һүтеп ташларға тейеш. Александровтар ғаиләһе һүҙҙәренсә, хәҙер үҙҙәре күршеләренән ҡурҡып йәшәй. Шуға ла улар урамдарына йәшерен видеокамералар ҡуйған. Был видеояҙмаларҙан күренеүенсә, законһыҙ ер өлөшө ҙур ғауғаға килтергән. Әйткәндәй, законлы ер хужалары ла, суд приставтары ла Хажиғәлиевтар ғаиләһенә был мәсьәләне тыныс хәл итергә тәҡдим иткән.Ғаилә хәҙер ҡыйыҡһыҙ. Балалар туғандарында йәйге каникулын үткәрә. Ленин районы хакимиәте был мәсьәләне хәл итеү юлдарын өйрәнә. Хажиғәлиевтар ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сиратына ла баҫҡан. Бынан тыш, улар «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» тигән программаға ла индерелгән. Ә Александровтар ғаиләһе иһә ватылған тәҙерәләр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙырға мәжбүр булған.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика