Иҫәпкә бар һанға юҡ торлаҡ

Өфө районы Алексеевка ауылындағы үҙәк урамда төҙөлгән яңы йорттарҙың береһендә  фатирҙар хужаларына ғәмәлдә тапшырылған, ә йорт рәсми теркәү менән сафҡа инмәгән. Башҡортостан ерен йәшәү өсөн уңайлы тип күргән был ханым Алыҫ Көнсығыштан, Өфө районында фатир һатып алған. 2012 йылда нигеҙ һалынған күп ҡатлы йортта 249 фатир, офис майҙандары һәм заман уңайлығы – 100 машина ҡуйыр урынлыҡ  — ер аҫты парковкаһы ҡаралған. Торлаҡ әҙер, асҡыстар ҡулда, тик рәсми теркәүгә рөхсәт юҡ, ти Людмила Николаевна.Хроник сир сәбәпле льготалы дарыу һатып алыр өсөн дә йәшәгән урында теркәлеү кәрәк, ти Яҡутия-Саха республикаһынан күсенеп ҡайтҡан Зөлфирә Мәмлиева. Ярҙам үтенеп төрлө кимәлдәге яуаплы ойошмаларға мөрәжәғәт иткән халыҡ һүҙен рәсми яуап хаттары менән раҫлай. Йортто файҙаланыуға тапшырыр өсөн бар өлөштәр төҙөлөп бөтөргә, уңайлыҡтар булдырылырға, йыһаздар хеҙмәтләндереүгә тапшырылырға тейеш. Хәйер, бинаның идара итеү компанияһы бар, йортто хеҙмәтләндереү ойошторолған. Тик, баш инженер белдереүенсә, үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып.Торлаҡ тип танылмаған майҙандар ике ҡатты биләй. Әлегә улар хужаларын тапмаған.Йорттоң ер аҫты өлөшөндә эштәрҙең дауам итергә тейешлеге фатир хужаларына мәғлүм, беҙ иһә эшселәрҙе осратманыҡ. Шулай ҙа яңы ҡоролмалар, йыһаздар урынлаштырылыуы күҙгә салына.Йортто сафҡа индереүҙе тотҡарлаған парковкала эштәр туҡталып тора, тип әйтерлек түгел. Әле бында янғын күҙәтеү системаһы ҡуйыла.Хәүефһеҙлек шарттарының һәммәһе лә үтәлмәһә төҙөлөш ойошмаһы бинаны файҙаланыуға тапшыра алмай. Фатир хужалары эштәрҙе тиҙләтеүҙе үтенеп төҙөлөш ойошмаһына килә. Тик ишектәр бикле, уларҙы ҡабул итеүсе юҡ. Республикала обьекттар төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы был осраҡта мәсьәләне тик суд аша хәл итеп була, тигән фекерҙә. Ҡатмарлы йорттағы фатир хужалары иһә был хаҡта хәбәрҙар.Тимәк,  Алексеевканың яңы кешеләренән йәнә бер аҙым талап ителә. Даими теркәү урынын раҫлар өсөн судҡа күмәк ғариза яҙыу.  Юғиһә, улар закон талаптарына ярашлы, килешеү нигеҙендә һатып алынған торлағына милек хоҡуғын нығытыу, мөлкәтенә һалынған һалымды ваҡытында түләү һәм һис ҡаршылыҡһың конституцион бурысын үтәп һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Смотреть видео Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә

Синоптиктар Башҡортостан халҡын 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Иҫкесә стиль буйынса яңы йыл төнөндә, йәғни 13 ғинуарҙан 14-енә ҡарай төндә Республика  биләмәһендә 33 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал.  Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика