Швейцарияла һәм Канадала милли байрамдар үтте. Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән был сара хәҙер сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында ла матур йолаға әйләнде. Ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле мәҙәни-спорт программаһы тәҡдим ителде. Күптән матур йолаға әүрелгән һабантуй был юлы ла юғары кимәлдә үтте. Женаваның Мариньяҡ паркында өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған байрам 500-гә яҡын кешене берләштерҙе. Байрамды Швейцариялағы “Юлдаш” башҡорттар һәм татарҙар ассоциацияһы ойошторҙо.Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа, төрлө спорт ярыштары уҙғарылды. Байрамға йыйылыусыларҙы башҡорт балы, сәк-сәк һәм башҡа милли аш-һыу менән һыйланылар.Канадалағы Монреаль ҡалаһында ла милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйылды. “Ангриньон” паркында Канадала тыуып үҫкән милләттәштәребеҙ, башҡортостандан, Татарстандан күсеп киткәндәр йыйылды. Европала һәм Төньяҡ Америкала йәшәгән, тыуған моңға һыуһаған милләттәштәребеҙ милли байрамдарҙы йышыраҡ үткәрергә килеште.
Һабантуйҙар гөрләй төрлө илдәрҙә
Тулыраҡ: Һабантуйҙар гөрләй төрлө илдәрҙә