Башҡортостанда имселек менән шөғөлләнеү өсөн рөхсәт биреү тәртибе раҫланды

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеү өсөн рөхсәт биреү тәртибе раҫланды. Документҡа ярашлы, ул биш йылға иҫәпләнгән, ғәмәлдән сыҡҡас, рөхсәтте оҙайтырға мөмкин. Рәүеф Мортазин 15 йылдан ашыу ярҙам һорап килеүселәрҙе төрлө сырхауҙарҙан  космоэнергия ярҙамында һауыҡтыра. Бөгөнгө көндә был алым 90 проценттан күберәк сирҙәрҙе дауаларға ярҙам итә, ти ул.Космоэнергетик әйтеүенсә, кешенең аураһы таҙа осраҡта ғына ул һау-сәләмәт була ала. Төрлө дарыуҙар эсеп тә һаулығын нығыта алмағандар бында килеп сәләмәтләнә, күңел тыныслығы таба.Космоэнергетик  Һаулыҡ һаҡлау министрлығының халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеү өсөн рөхсәт биреүенә ыңғай ҡарай.Традицион медицина йәмғиәте рәйесе Ольга Минева билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау министрлығының халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүгә ризалыҡ биреүе медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяжды кәметәсәк. Бынан тыш,  дауалаусының махсус медицина белеме юҡ икән, ул эшмәкәрлеген табип күҙәтеүе аҫтында алып барырға тейеш, ә быға бер табип та ризалашмаясаҡ, ти Ольга Минева.Дауалау менән төбәк биләмәһендә генә шөғөлләнергә була. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән табиптар республикала үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә алмай.Белгестәр әйтеүенсә, халыҡ табибы ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешене дауалар алдынан уның яҙма ризалығын алырға бурыслы.Бынан тыш, табиптарға күмәк кешеләргә сеанстар үткәреү тыйыла.

Читайте нас в Яндекс.Дзен