Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә бөгөн 16 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай.

Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында ике самолет – Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнгән. Унда күккә күтәрелеүсе торналарҙы кәүҙәләндереүсе һәйкәл ҡуйылған. Шулай уҡ самолеттар һәләкәткә осраған Юберлинген ҡалаһында урындағы властар өҙөлгән ынйы формаһында һәйкәл урынлаштырған. Һәләк булған экипажға һәйкәл «Өфө» аэропортында ла тора. Бар мемориалдар эргәһендә йыл һайын йыназа уҡыу һәм сәскәләр һалыу сараһы үтә.

Бөгөн Өфөлә һәм Германияла ошо фажиғә ҡорбандарын иҫкә алалар. Матәм саралары баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ла ойошторолдо.  Йөҙҙәрсә кешенең яҙмышын бер көндә үҙгәрткән фажиғә. Боден күле өҫтөндә ике самолет бәрелешеүенә хәҙер 16 йыл уҙһа ла, мәрхүмдәр яҡындары йөрәгендәге яралар уңалмай. Ул саҡтағы балалар хәҙер инде уҡыу йорттарын тамамлап, ғаилә ҡорор ине. Кемдер уҡытыусы, табип һөнәрен һайлаһа, яҙмышын авиацияға бәйләүселәр ҙә табылыр ине. 71 кеше. Шул иҫәпән 52 бала.

Испанияға йәйге ялға юлланған Башҡортостандың һәләтле балалары ғүмерлеккә йәй илендә ҡалды. Уларҙың гонаһһыҙ йәндәре өҙөлгән мәлде бер кем дә күҙ алдына килтерә алмағандыр. Улар һуңғы һулышын алған саҡта Башҡортостанда таң яңы ғына ҡыйылып килә ине. Икенсе июль таңы республика тарихында ҡанлы йәш менән иҫтә ҡалды.  “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһы һәм DHL фирмаһы лайнеры бәрелешеүендә төп ғәйепле тип Skyguide диспетчеры аталды.

Фажиғәнән һуң бер-нисә йыл үткәс уға ла яҡты донъя менән хушлашырға тура килде. Уның үлеме лә ошо фажиғәғә бәйле. Һәләкәттә тотош ғаиләһен юғалтҡан Виталий Калоев диспетчер Петер Нильсонға 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Был ваҡиға хәҙер Голливуд фильмдары тарихына ла яҙылған.Юберлинген ерендәге Боден күле аша осҡан 29-37-се авиарейс ҡорбандары мәңгелеккә һауаға күтәрелгән. Германияла был фажиғә тураһында өҙөлгән ынйылар һәйкәле хәтерләтһә, һәләкәт ҡорбандары- балалар бөтә республика халҡының йөрәгендә ҡаласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Новостях