Башҡортостан Турин процесына ҡушыла

Башҡортостандың һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары Европа мәғариф фондының Турин процесына ҡушылды. ЮНИВОК ойошмаһының Өфөләге үҙәгендә үткән халыҡ-ара форум эшселәр әҙерләүҙең заманса алымдары тураһында фекер алышыуға арналды. Башҡортостандың социаль технологиялар институты Европа һөнәри белем биреүселәрен үҙенсәлекле эшмәкәрлеге һәм әүҙемлеге менән ҡыҙыҡһындырған. Мәскәүҙәге һөнәри белем биреү проблемаларын өйрәнеү үҙәге директоры Ольга Олейникова фекеренсә, Башҡортостанда Турин процесында ҡатнашыусылар иғтибарына лайыҡ тәжрибә бар.Социаль-иҡтисади тармаҡты эшселәр менән тәьмин итеүселәрҙең Турин процесы 2010 йылда ойошторолған. Бөгөн ул донъяның 30 илен берләштерә, Рәсәй төбәктәре берләшмәлә һөнәри белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын айырым тәҡдим итә. Ошо ике йыл эсендә халыҡ-ара эксперттар Башҡортостанда һөнәрселек тармағын ентекләп өйрәнеп йомғаҡ яһарға әҙерләнә. Республика уҡыу йорттары иһә инновацион технологиялар менән бер рәттән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген файҙалана.Европа мәғариф фонды вәкиле Франка Крестани хеҙмәт баҙарын белгестәр менән тәьмин итеүҙең отошло юлын эҙләгәндә төрлө илдәр тәжрибәһе мөһим, тигән фекерҙә. Был тармаҡта хәл даими үҙгәреп тора, шуға ла ҡыҙыҡһынған яҡтарҙан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу талап ителә.Һөнәри белем биреүҙең сифатын күтәреү йәһәтенән Башҡортостан уҡыу йорттары яңы аҙым яһай. Турин процесын ғәмәлгә ашырыу һөнәрселек тармағын заман талаптарына ярашлы үҫтерергә булышлыҡ итә.    Турин процесында ҡатнашыу Башҡортостандың һөнәри белем биреү йорттарына халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек даирәләрен аса. Был йәһәттән донъя ҡаҙаныштарын ҡулланыу ғына түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу һәм республиканы донъя кимәлендә алдынғы технологиялар менән эш итеүсе төбәк булараҡ танытыу мөмкинлеге бар.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика