Өфөлә һыуға батыусылар арта

Бөгөн Дим биҫтәһендә 6 йәшлек баланың ғүмере өҙөлөүе тураһында мәғлүм булды. Ул ата-әсәһе менән ял итергә барғанда һыуға батып һәләк була. Һыу инеү миҙгеле башланғандан һуң 6 кеше батҡан. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе-билдәләнмәгән урында һыу инеү. Күптәр һыуҙа үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен белмәй. Бата башлағанда ҡотҡарыусылар, тәү сиратта, тынысланырға саҡыра. Бөгөн “Хәйерле иртә, республика тапшырыуын” ҡараусылар һыуға батҡан кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү алымдары менән таныша алды.

Подпишитесь на нас в Google Новости