Кеше бәләһендә аҡса эшләү

Әлшәй районында йәшәүсе Демешевтар ғаиләһенең 9 йәшлек улдары һирәк осраған йөрәк сиге менән ауырый. Баланы ҡотҡарыр өсөн уларға Германияла ҡиммәтле операция эшләр кәрәк. Аҡса булмау сәбәпле ғаилә интернет селтәрендә аҡса йыйыу өсөн махсус төркөм аса. Тик бының менән мутлашыусылар ҡуллана. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Никита Демешев 9 операция үткәрә. Донъяға тыуыу менән табиптар уға ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Ул һирәк осраған йөрәк ауырыуы менән яфалана. 4 ай сағында малайға беренсе операция яһайҙар. Новосибирск табиптары 9 операция үткәргәндән һуң, киләһе операцияны тик сит ил клиникаһы ғына эшләй ала, тип белдерә. Демешевтар ғаиләһе Германияның Берлин ҡалаһы табиптарына мөрәжәғәт итә. Махсус операция үткәрер өсөн 3 миллион һум аҡса кәрәк. Кәрәкле сумманы йыйыу өсөн халыҡтан ярҙам һорап Никитаның ата-әсәһе интернет селтәрендә махсус төркөм аса.Ҡыҙғанысҡа бөгөн ҙур тормош һынауҙары аҫтында ҡалған балалар һирәк түгел. Махсус операциялар үткәрер өсөн миллиондарса һум аҡса кәрәк. Шул сәбәпле ата-әсәләр интернет селтәрендә аҡса йыйыу өсөн төрлө төркөмдәр аса. Тик кеше бәләһендә үҙҙәренең кеҫәһен тултырған мутлашыусылар ҙа бөгөн һирәк түгел.Бөгөн ҡаланың һәр өсөнсө магазинында балаларға медицина ярҙамы күрһәтер өсөн аҡса йыйыу ҡумталарын осратырға мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, уларҙың күптәре ялған булып сығыуы ихтимал. Шуға ла аҡса бирер алдынан тәүҙә мәрхәмәтлек фондының эшмәкәрлеген тикшереп сығыу берҙә хата булмаҫ.Шулай уҡ мутлашыусыларҙың йыш осраған ысулы ул картаның шәхси мәғлүмәттәрен һорау. Белгестәр әйтеүенсә, әгәр ҙә сит номер аша ярҙам тәҡдим итеп һеҙҙең картағыҙҙың номерын, уның сығарылыш датаһын һәм артындағы өс номерын һорайҙар икән мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итер кәрәк.Әлегә Демешевтар ғаиләһе 900 мең һумға яҡын аҡса йыйған. Тағы ла 2 миллион һум ҡалған. Шулай уҡ улар 20-гә яҡын республиканың хәйриә фондтарына ла мөрәжәғәт иткән. Һәм оҙаҡламай кәрәкле сумма йыйылыр тип өмөт итәләр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика