Бөгөн Нефтекамала фатирҙың балконы янып китте

Ҡотҡарыусылар махсус баҫҡыстар ярҙамында 34 кешене эвакуацияланы. Ут 10 минут эсендә һүндерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 20 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла дүртәүһе төрлө йәрәхәттәр алған. Янғын һүндереүселәр халыҡтан 156 саҡырыу алған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут сығыуға бешеп ултырған аш-һыуҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу, электр сымдарының төҙөк булмауы, сүп-сарҙы яндырыу сәбәпсе. Шулай уҡ, ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу бәләгә килтерә. Кешеләргә янғын ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

 

Подпишитесь на наш Telegram-канал