Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Бөйөк Британия хөкүмәте көрсөккә терәлде. Тереза Мэй ҡарары менән Джереми Хант сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем Брексит мәсьәләләре буйынса министр Дэвид Дэвис та вазифаһынан киткәйне. Күҙәтеүселәр фекеренсә, быларҙың барыһы ла Тереза Мэйҙың сәйәси абруйы ҡаҡшау тураһында һөйләй.
  • Японияла ҡойма ямғырҙар, һыу баҫыуҙар сәбәпле һәләк булыусылар 140-тан ашты. 70 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Ил хөкүмәте зыян күреүселәргә 65 миллион евро бүлгән. Эҙләү-ҡотҡарыу операцияларында 75 мең кеше ҡатнаша. Һуңғы 65 йылда Японияла бындай тәбиғәт ҡазаһы булғаны юҡ ине.
  • Иорданиянан гуманитар ярҙам менән тиҫтәләгән машина Сүриә сигенә килеп етте. Иорданияның хоҡуҡ яҡлаусылары һуғыштар тамам ялҡҡан халыҡҡа эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып килгән. Һуңғы ике аҙнала ғына иордан табиптары меңләгән кешегә медицина ярҙамы күрһәткән.
  • Бөйөк Британияла веломобилдарҙа уҙыш үткән. 33 команда ярышын ҡарар өсөн 2 меңләп кеше йыйылған. Гран-при Аполло рейсинг Ноу командаһына тапшырылған. Веломобилдәрҙең күбеһе ҡулдан йыйылған.
Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тарих менән киләсәкте бәйләп | ГТРК «Башкортостан»

Тарих менән киләсәкте бәйләп

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ...

1 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы

Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ  Нәфисә Кинйәбаева ҡараны...

1 октября 2020
Смотреть видео Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы | ГТРК «Башкортостан»

Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында...

1 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды

Мәскәүҙә, мәғлүмәт технологиялары, киң күләм коммуникациялар федераль хеҙмәтендә үткән конкурста “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына ингән Башҡортостан 24 телеканалы еңеүсе тип танылды. Яңы мөмкинлектәр һәм конкурс һөҙөмтәләре тураһында “Башҡортостан” дәүләт...

1 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар...

1 октября 2020
Смотреть видео Яңы төр операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы төр операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының...

1 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта.

Ошо сәбәпле урамға сыҡҡанда, кибеттәргә барғанда мотлаҡ битлек кейергә кәңәш ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Өфөлә предприятиеларҙа әле КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле...

1 октября 2020
Смотреть видео Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “...

1 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Яндекс.Метрика