Ҡабарҙы-Балҡарҙа Мостай Кәрим түбәһе барлыҡҡа килде

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында төп Кавказ һыртындағы Чегем тарлауығына Башҡортостан һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан альпинистар төркөмө күтәрелде. Улар исемһеҙ тауға башҡорт халыҡ шағиры, һуғыш ветераны һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим исемен бирҙе. Түбәнең бейеклеге – 3 мең 555 метр. Экспедицияла Башҡортостандан Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе рәйесе, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе, «Минең планета — Башҡортостан» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Рөстәм Сиражетдинов, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы Александр Лынник, сәйәхәтсе Валерий Деев ҡатнашты. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы, Нальчикта ошо йәһәттән митинг үтте. Ҡабарҙы-Балҡар парламенты вице-спикеры Сәлим Жанатаев, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының мәҙәниәт министры Мөхәдин Ҡомахов, спорт министры Ислам Хәсәнов митингта үҙ сығыштарында башҡорт делегацияһының мөһим эшен билдәләне. Хәҙер Мостай Кәрим түбәһенә үрләүсе сәйәхәтселәрҙе уның иң юғары нөктәһендә шағирҙың Кавказ тауҙарына арналған шиғыры ҡаршы ала.  

Читайте нас в Яндекс.Дзен