Ҡан анализы нимә күрһәтә?

Рәсәйҙә водителдәрҙең иҫерек булыу-булмауын иҫбатлағанда ҡан анализы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алырға рөхсәт ителә. Административ кодексҡа ошо турала төҙәтмәләр көсөнә инде. Бер литр ҡанда спирт миҡдары 3 грамдан артһа, водитель иҫерек тип табыла. Быға тиклем водитель махсус приборға өрә алмаҫлыҡ хәлдә иҫерек булһа ла, язанан ҡотолоп ҡала ине. Медицина учреждениелары ҡандағы анализдың һөҙөмтәләре иҫерек булыу булмауҙы иҫбатлай алмауына һылтанып  диагноз ҡуйыуҙан баш тартты. Хәҙер ошо норманы закон менән нығытып ҡуйҙылар. Яза ҡаты булһа ла, иҫерек водителдәр көн һайын тиерлек тотолоп тора. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях