Йәш ғаиләләргә сертификат тапшырылды

Иглин районында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырылды. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 5 миллион һум самаһы. «2020 йылға тиклемге осорҙа  Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы сиктәрендә сертификаттар 6 ғаиләгә тапшырылды. Сертификат суммаһы ғаилә ағзалары иҫәбенә бәйле.

Читайте нас в Яндекс.Новостях