Үлемесле ауырыуҙан дауа

Өфө ғалимдары яман шеште күҙәнәктәр үҫешен кәметеү ысулы менән дауаларға тәҡдим итә. Уларҙың был асышы Рәсәй фәнни фонды грантына лайыҡ булды. Сибек һәм талымлы был күҙәнәктәр һаҡ мөнәсәбәткә мохтаж. Каталитик синтез лабораторияһында уларға тейешле шарттар булдырылған. Стериль таҙалыҡ, ябыҡ бүлмәләр күҙәнәктәрҙе һәләк итер сирҙәрҙәр аралай. Тере кешеләрҙе ҡотҡарыр дарыу уйлап сығарыр өсөн ошо сир һәләк иткән кешенән алынған күҙәнәктәр файҙаланыла. Ғалимдарға уларҙы һатып алыу ҙа, аҫырау ҙа ҡиммәткә төшә. Тәжрибә күҙәнәктәренең бер төркөмө генә 20 мең доллар тора. Бындай төркөмдәрҙең иҫәбе тиҫтәләп һанала. 196 градус һыуыҡ шыйыҡ азотта яман шеш күҙәнәктәре һаҡлана. Туң күҙәнәктәр ламинарҙа иретелә һәм ошо инкубаторға күсерелә. Бында 37 градус йылы һәм 5 процентлы углекислы газ шарттарында уларҙы үҫтерәләр һәм күҙәтеү алып баралар.  Химия фәндәре кандидаты Алексей Макаров яман шештән дауа эҙләү менән тиҫтә йыл шөғөлләнә. Өфө фәнни үҙәгенең нефтехимия һәм катализ институты хеҙмәткәрҙәре биологик актив берләшмәләрҙе ҡушып химик матдә алыу буйынса пионерҙар рәтендә, ти ул. Был ысул менән нейротоген сирҙәрҙе дауалау һәм яман шешкә ҡаршы дарыу сығарыу мөмкинлеге тикшерелә.  Фәнни эҙләнеүҙәрҙе ойошторған Өфө ғалимдары өсөнсө грант яулаған. Уның күләме 5 миллион һум. Донъяла яман шеш менән көрәшер сараларҙы биологик сеймалдан эҙләү тәжрибәһе бар. Пуэрто-Рико, Япония, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында алып барылған эҙләнеүҙәр диңгеҙ ылымыҡтарын файҙаланыуға нигеҙләнә. Өфө ғалимдары ошондай уҡ тәьҫирле дарыуҙарҙы химик сеймалдан яһау маҡсатын ҡуйған.  Химик сеймал препаратты күпкә арзаныраҡ һәм тәбиғәт өсөн һаҡсыл итә. Институт хеҙмәткәрҙәренең йәнә бер грантҡа лайыҡ тикшеренеүе лә экология һәм иҡтисад һағына йүнәлтелгән. Ул еңел сәнәғәттә ҡулланылған капролактам етештереүгә ҡағыла. Өфө ғалимдарының ыңғай тәжрибәһе Рәсәй фәнни фонды тарафынан юғары баһа ала. Институттың директоры профессор Владимир Дьяконов  фекеренсә тикшеренеүҙәр фундаменталь фән генә түгел ғәмәли медицина өсөн дә мөһим. Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең нефтехимия һәм катализ институты хеҙмәткәрҙәре грант аҡсаһына эҙләнеүҙәрен дауам итә. Кешелек һаулығы өсөн мөһим дарыуҙы етештерә һәм ҡуллана башлау күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һәм асыштарҙан һуң ғына мөмкин.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика